Сәләмәт булайыҡ
1 Октябрь 2021, 07:10

Балалар ҙа ауырый

Хөрмәтле ата-әсәләр! Һеҙҙең ярҙам итеүегеҙҙе үтенәбеҙ: вакцина яһатығыҙ, яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!

Балалар ҙа ауырыйБалалар ҙа ауырый
Балалар ҙа ауырый

Фәғилә Ғаяз ҡыҙы Ҡотлоғужина, Республика йоғошло ауырыуҙар клиник дауаханаһының 8-се бүлексә мөдире:

- Һуңғы осорҙа мәкерле сирҙең  таралыуы  ҙур  хәүеф тыуҙыра. Беҙ  Запотоцкий урамында урынлашҡан йоғошло ауырыуҙар  дауаханаһында  балаларҙы ковидтан  дауалайбыҙ. Хәҙер бәләкәстәр араһында ла  сирлеләрҙең  артыуы ныҡ хафаландыра. Улар вирусты йоҡтормаһын өсөн ата-әсәләрҙең яуаплы булыуы, ваҡытында вакцина яһатыуы бик мөһим. Балалар ҙа сирҙе ауыр үткәрә.

Прививка һеҙҙе 100 процентҡа сир йоҡтороуҙан һаҡлай алмауы ихтимал, әммә сирҙе еңелерәк үткәрергә, тиҙерәк аяҡҡа баҫырға  һис һүҙһеҙ ярҙам итәсәк. Мин быны тәжрибәмә таянып әйтә алам.

Әлеге көндә дауаханала 69 бала дауалана, барыһына ла медицина ярҙамы тулы күләмдә күрһәтелә.Беҙ уларҙың йәһәтерәк һауығып сығыуын,  ата-әсәләрен ҡыуандырыуын теләйбеҙ.

Хөрмәтле ата-әсәләр, беҙҙең дә ғәҙәттәге тормошҡа ҡайтаһы, ғәҙәти эш-мәшәҡәттәр менән  булышаһы, ял итәһе килә.  Табиптар ҙа тимерҙән яһалмаған, улар араһында ла ҡаты сирләгәндәр күп.  Һеҙҙең ярҙам итеүегеҙҙе үтенәбеҙ: вакцина яһатығыҙ, яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ! - тип мөрәжәғәт итә.

Фото: шәхси архивтан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас