Сәләмәт булайыҡ
1 Октября 2021, 16:00

Башҡортостан Башлығы Указға үҙгәрештәр индерҙе

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, республикала ниндәй сикләүҙәр индерелә?  

Башҡортостан Башлығы Указға үҙгәрештәр индерҙеБашҡортостан Башлығы Указға үҙгәрештәр индерҙе
Башҡортостан Башлығы Указға үҙгәрештәр индерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив штаб ултырышы һөҙөмтәләре буйынса юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 2021 йылдың 4 октябренән дәүләт йәки муниципаль музейҙарға, күргәҙмә залдарына, театрҙарға, китапханаларға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына, мәҙәниәт йорттарына, шулай уҡ күләмле физкультура һәм спорт сараларына инеү өсөн вакцина яһатыу тураһында сертификат йә һуңғы алты ай эсендә коронавирус кисереүҙе раҫлаған белешмә булыуы шарт. Шулай уҡ элек ҡабул ителгән талап төнгө клубтарға ла ҡағыла.

12 октябрҙән ошондай уҡ документтарҙы сауҙа үҙәктәренә, шәхси милектәге музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, театрҙарға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына, мәҙәниәт йорттарына ингәндә, шулай уҡ ҡала-ара автобустарҙа, “Орлан” ҡала яны поезында күрһәтергә тура киләсәк.

18 октябрҙән сикләү саралары матурлыҡ, косметика, СПА-салондарға, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, ресторан-кафеларға (урындар 50-нән ашыу булғанда) ҡағыласаҡ.

Был сикләүҙәр 18 йәштән өлкәндәргә ҡағыла. 2021 йылдың 4 октябренән өҫтәмә белем биреү ойошмалары дистанцияла уҡытыуға күсә. Муниципалитеттар үҙ биләмәләрендә санитар-эпидемиологик хәлдең нисек булыуы һәм “Роспотребнадзор” идаралығы тәҡдимдәре нигеҙендә коронавирусҡа ҡаршы өҫтәмә саралар индерә ала.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас