Сәләмәт булайыҡ
1 Октябрь 2021, 14:00

“Битлек кеймәйҙәр, ҡунаҡҡа йөрөйҙәр...”

Республикала бындай хәлдең булғаны юҡ ине әле: тәүлек эсендә коронавирусты 452 кеше йоҡторған, 22 ауырыуҙың ғүмере өҙөлгән...

“Битлек кеймәйҙәр, ҡунаҡҡа йөрөйҙәр...”“Битлек кеймәйҙәр, ҡунаҡҡа йөрөйҙәр...”
“Битлек кеймәйҙәр, ҡунаҡҡа йөрөйҙәр...”

Бөгөн дә һөйөндөрөрлөк хәбәр юҡ, вирус ҡотороуын дауам итә. Бындай ҙа хәлдең булғаны юҡ ине әле республикала: тәүлек эсендә 452 кеше сирҙе йоҡторған, 22 ауырыуҙың ғүмере өҙөлгән.

Хәҙер коронавирус эләктергәндәрҙең һаны 67 331 тәшкил итә. Тәүлек эсендә 315 ауырыу һауыҡҡан. Әлегә вакцина яһатыу темпы түбән, уны тулыһынса тамамлағандар һаны 1 180 855-кә етте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың коронавирус таралыуын иҫкәртеү буйынса яңы Указына ҡарата табиптарҙың ҡарашы нисек?

"Ковидҡа ҡаршы индерелгән сикләүҙәр сирҙең дүртенсе тулҡынын туҡтатырға ярҙам итәсәк, - тип иҫәпләй Республика клиник йоғошло ауырыуҙар үҙәгенең баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов. – Ысынында сир тиҙ үҫешә. Халыҡ вирусҡа еңелсә ҡарай башланы: битлек кеймәйҙәр, дистанцияны күҙәтмәйҙәр, ҡунаҡҡа йөрөйҙәр, йәмәғәт урындарында йыш булалар. Шуға күрә хәҙер ғаиләләре менән ауырыйҙар. Республикала режимды көсәйтеү тураһындағы указ бик мөһим, коронавирустың дүртенсе тулҡынын туҡтатыу, сир таралыу сылбырын өҙөү өсөн. Уртаса 15 көн ваҡыт кәрәк. Вирус миңә эләкмәҫ тип уйлау дөрөҫ түгел, ул һәр кемгә ҡағыла, сөнки яңы штамм агрессиялы, тиҙ тарала. Йәштәр тәү ҡарамаҡҡа еңел генә ауырый башлаған кеүек, тымау, йүтәл йонсота, ә 5-6 көндән уларға кислород талап ителә.  Ауырығандар араһында вакцина яһатҡандар ни бары бер-ике процент, улар сирҙе еңелерәк үткәрә. Алда беҙҙе киҙеү көтә, ул да ауыр буласаҡ, барығыҙға ла прививка яһатырға тәҡдим итәм", – тине баш табип.

Фото: VK.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас