Сәләмәт булайыҡ
1 Октябрь 2021, 03:55

Ҡороғор коронавирус...

"Йыл ярым "миңә йоҡмай, мин бирешмәйем ул" тип ышанып йөрөгәндән һуң, коронавирус беҙҙең өйгә лә керҙе. Иң беренсе мин үҙемде насар тойҙом, өс көндән хәләл ефетем, ҡыҙым һәм улым..."

Ҡороғор коронавирус...Ҡороғор коронавирус...
Ҡороғор коронавирус...

"Бәйләнештә" социаль селтәрендә Эльмира Ҡотлосурина үҙ башынан үткәндәрҙе яҙып, кәңәштәр биргән. 

"Короновирус килеп инеп, йыл ярым "миңә йоҡмай, мин бирешмәйем ул" тип ышанып йөрөгәндән һуң, беҙҙең өйгә лә керҙе. Иң беренсе мин үҙемде насар тойҙом, өс көндән хәләл ефетем, ҡыҙым һәм улым... Шулай ҙа, беҙҙең иммунитет шәп, ул вирус түгелдер, тип ята инем әле. Еҫте һәм тәмде юғалтҡансы.
Иң ауыры шәхсән минең өсөн ете көнө булды. 10 көн уҙыуға, хәл бер аҙ яҡшыра төштө. Ауырыған мәлдә һығымталар яһаныҡ, шуға күҙәтеүҙәрҙе яҙырға булдыҡ, тереләргә файҙаһы тейер.

1. Үҙеңә ышан, һинең һаулыҡ бер кемгә лә хәжәт түгел. Был осраҡта прививка кәрәк әйбер, прививка эшләткәндәр ҙә ауырый, әммә еңелерәк ауырый, еңелсәрәк үткәрә. Иң мөһиме имунитетты нығытыу өҫтөндә эшләгеҙ. Витаминдар С һәм Д эсегеҙ. Инстаграмда бер йәш, тәжрибәле табип цинк (Цинк Хелат) эсергә тәҡдим итә.
2. Билдәләре күренгәс тә, табипҡа мөржәғәт итегеҙ, уға барыбер ул, сөнки һинең кеүек иллеләп кеше уға сиратта тора. Шулай ҙа табипҡа барыу һеҙҙең иҫән-һау ҡалыуға өмөттө күбәйтә. Өйгә саҡырып, көтөп ятмағыҙ. Нисек кенә, ҡыйын булмаһын, үҙеңә уны эҙләп барыу кәрәгәсәк.
Табип күҙәтеүе аҫтында дауаланыу психологик өҫтөнлөк бирә. Билдәләр шул уҡ, хәл бөтә, бөтә тән һыҙлай, тән температураһы 37,7 тирәһе, тәм һәм еҫ һиҙеү һәләте юғала.
3. Бушлай дарыу бирмәйҙәр, рецепт яҙып бирәләр, әммә бушлай дарыу юҡ. Шулай ҙа кемдең анализында ковид вирусы бар тип яҙылған, уларға дарыуҙы үҙҙәренә һорап алырға мөмкин. Әхирәтемә биргәндәр. Беҙгә эләкмәне, ПЦР "кире" ине. Дүртәүләшеп бер юлы ятып ауырығас, дарыуҙарға 30 меңгә яҡын аҡса китте. Хәҙер эҙемтәләрен бөтөрөүгә күпме китер, белмәйем.
4. Пандемия - ул бизнес, һинең ауырыуыңда фармкомпаниялар, шәхси клиникалар хеҙмәткәрҙәре рәхәтләнеп аҡса эшләй????????Был ныҡ ҡурҡыныс күренеш, улай булырға тейеш түгел, башҡа һүҙ юҡ. Илдә бушлай медицина, әммә иҫән ҡалам тиһәң, түләргә кәрәк, был ысынбарлыҡ. Беҙ бөтәбеҙ ҙә - кемдеңдер бизнесы ҡорбандары.
5. Коронавирус менән ауырыу беҙҙең өсөн күберәк психологик ауырыу һымаҡ тойолдо. Иң мөһиме, төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, бигерәк тә йоҡлай алмай, һыҙланып ятҡанда насар уйҙар уйламаҫҡа. Иң ауыры, һин шул ауырыу менән яфаланғанда, теге таныш ныҡ ауырыған, был таныш мәрхүм булған тигән насар яңылыҡтар ишетеү... Оптимистик рухта, үҙ-үҙеңде дәртләндереп, мин үҙ-үҙемә ышанам, һауығып-шәбәйеп сығасаҡмын, тип уйларға кәрәк.
6. Аппетит юғала, шулай ҙа ашарға кәрәк, үҙеңде көсләп ашатырға кәрәк. "Ашаған малда - өмөт бар" тигән мәҡәл тап ошо ваҡытҡа тура килә. Мөмкинлек булһа, көнөнә ике стакан ҡымыҙ эсеү файҙаға булыр. Көн һайын ҡоротло һурпа - шәп аҙыҡ.
Башҡорттар элек-электән әрем менән дауаланған. Шуға быныһын, үҙегеҙҙең хәл-торошҡа, һаулыҡҡа ҡарап ҡулланырға кәрәк.
7. Ауырып, хәл еңеләйә башлағас, тик ятмау хәйерлерәк. Хәл еткәнсе йөрөп алыу, ниндәйҙер еңелсә эш башҡарыу ҡанды йөрөтөп ебәрә, үпкәләр өсөн файҙа. Шулай ҙа, һауыҡтым тип ашығып, "йүгереп" китеү ҙә ярамай. Нығынып бөтмәгән организмды яңынан аяҡтан йығыуы ихтимал.
8. Үҙегеҙҙе һаҡлау сараларын күреү мотлаҡ. Әлбиттә, вирустың ҡасан, ҡайҙан килеп инерен белеп булмай. Шулай ҙа күп кеше йыйылған урында аҙыраҡ йөрөү, иммунитетты нығытып тороу мөһим. Элек битлек кейеүҙе инҡар итһәк, хәҙер ул тиклем ауырыу үткәргәс, битлекһеҙ урамға сыҡмайбыҙ.

Һау-сәләмәт булайыҡ. Ҡороғорвирусҡа бирешмәйек, туғандар һәм дуҫтар.
Табип түгелбеҙ, шулай ҙа, бәлки кемгәлер файҙаһы тейер".

Фото: progorodsamara.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас