

Учалы үҙәк район дауаханаһына эш сәфәре менән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Терапия һәм иҫкәртеү медицинаһы милли медицина тикшеренеүе үҙәге бүлегенең төркөм етәксеһе һәм төп ғилми хеҙмәткәре Вадим Егоров, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов килде.
Учалы үҙәк район дауаханаһы етәкселеге менән берлектә улар медицина учреждениеһының автохужалығын, поликлиника подразделениеларын ҡараны. Аҙаҡ район халҡын борсоған һорауҙар буйынса фекер алыштылар. Поликлиникала булғандан һуң Вадим Егоров халыҡты диспансерлаштырыу буйынса эште ыңғай баһаланы. Кадрҙарға ҡытлыҡ булыу шарттарында белгестәрҙең берҙәм хеҙмәтен, үткән йылдарҙағы проект эштәрен хупланы.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.