

Учалы үҙәк ҡала дауаханаһын бер кем дә ябыуҙы планлаштырмай, ул яңыртыласаҡ. Яңы хирургия корпусы төҙөлә, киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыла. Был хаҡта Учалы ҡалаһы һәм районы халҡы менән осрашҡанда Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Учалыла яңы балалар поликлиникаһы төҙөләсәк, өлкәндәрҙекенә капиталь ремонт үткәреләсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, элек Учалы халҡы Башҡортостан Башлығына һәм Рәсәй Президентына медицина ярҙамының насарланыуына дәғүә белдереп мөрәжәғәт иткәйне. 2021 йылдың 1 ғинуарынан Учалы ҡала дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы станцияһын Белорет үҙәк район дауаханаһына ҡуштылар, ә 1 сентябрҙән Учалы дауаханаһы лабораторияһынан анализдарҙы Белорет дауаханаһына тикшереүгә ебәрә башланылар. Ошо уҡ һорауҙар осрашыуҙа бирелде. Максим Забелиндың әйтеүенсә, Учалылағы лаборатория ҡайһы бер химик-микроскопик тикшереүҙәрҙе, дөйөм анализдарҙы үткәреүен дауам итә. Тикшереүҙәр спектры 445-кә тиклем киңәйтелгән.
“Лабораторияны бер кем дә ябырға йыйынмай, ул планлы режимда эшләй. Биоматериалдар шул уҡ пункттарҙа туплана, термоконтейнерҙарҙа илтелә, мәғлүмәт медицина системаһында шунда уҡ күренә, табип та күрә. Һәр кем шәхси кабинетында ниндәй анализдар үтәлгәнен күҙәтә ала. Бөтә пробиркалар хаталар булмаһын өсөн штрихлана. Былтыр анализдарҙа 16 миллион һумдан ашыу аҡсаны экономиялай алдыҡ. Элек иҫке ҡорамалда яһалған анализ 150 һум торһа, хәҙер - ни бары 30 һум. Республикала Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса лаборатория хеҙмәтен көсәйтеү өсөн күләмле проект тормошҡа ашырыла. Ул хәҙер өс кимәлле, анализдар һаны артты. Күп төбәктәрҙә медицина лабораториялары шәхси ҡулдарға күсте, беҙ дәүләт селтәрен һаҡлап ҡалдыҡ”, – тине Максим Забелин.
Уның әйтеүенсә, дауаханалағы үҙгәрештәр медицина ярҙамы сифатына кире тәьҫир итмәйәсәк. Халыҡты шулай уҡ терапевтарҙың һәм тар белгестәрҙең етешмәүе борсой. Шул сәбәпле икешәр аҙна табипҡа эләгә алмайҙар.
Әле ҡала дауаханаһында 150 табип эшләй, уртаса хеҙмәт хаҡы - 63 мең һум. “Ҡыҙыл зона”ла эшләгәндәр 200 мең һумдан ашыу ала, тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры. “Муниципалитеттан табиптар өсөн 17 торлаҡ тапшырҙыҡ, тағы өс белгес быйыл тәьмин ителәсәк”, – тине Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов.
“Әлбиттә, бөтә проблемаларҙы ла хәл иттек тип әйтә алмайбыҙ, үкенескә күрә, пландарға коронавирус үҙгәрештәр индерҙе, – тине Максим Забелин. – Ковид-госпиталдәр тулған, шуға күрә Урал аръяғында һәм республиканың көнбайышында тағы ике йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы төҙөргә ҡарар иттек”.
Халыҡ менән осрашыуҙа ҡайһы бер табиптарҙың үҙ бурыстарын үтәүгә һалҡын ҡарашы тураһында ла һүҙ булды. Вице-премьер ҡала дауаханаһында булып, табиптар менән аралашты, эш шарттарын ҡараны, уларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Етәксе халыҡ менән һөйләшеүҙең файҙалы булыуын, бөтә мәсьәләләрҙең контролгә алыныуын белдерҙе.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.