Сәләмәт булайыҡ
2 Октябрь 2021, 10:00

23 кеше вафат...

2 октябргә ҡарата мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл аяныслыраҡ була бара.

23 кеше вафат...23 кеше вафат...
23 кеше вафат...

Оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, 2 октябргә ҡарата Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәр һаны 67 827 кешегә етте, яңылары – 496.

Стационарҙарҙа 786 кеше ята, шул иҫәптән 60 йәштән үткәндәр – 486. Уларҙың 41-е ауыр хәлдә, ун етеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә коронавирустан 23 кеше вафат булған, ҡорбандарҙың дөйөм һаны - 1660.

Амбулатор рәүештә 6 230 пациент дауалана, араларында 60 йәштән уҙғандар - 3 823 кеше. Тәүлек эсендә 202 сирле һауыҡҡан (шәбәйгәндәрҙең дөйөм иҫәбе - 59 151). Коронавирустан 1 660 үлем осрағы теркәлгән, шуларҙың 1 381-е – алтмыш йәштән үткән граждандар.

Башҡортостанға СОVID-19 сиренән 1 855 308 доза вакцина килтерелгән. Беренсе компонентты 1 296 132 кеше ҡаҙатҡан (килтерелгәндең 69,8 проценты). 1 189 728 граждан вакцинациялауҙы тулыһынса тамамлаған. Һуңғы тәүлек эсендә прививканы 12 333 кеше эшләткән.

Фото: bashinform.ru

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас