Сәләмәт булайыҡ
2 Октябрь 2021, 15:30

"Был эште киләһе йылда ла дауам итәсәкбеҙ"

Республика Башлығы Радий Хәбиров "Сәләмәтлек поездары"ның эш һөҙөмтәләре тураһында яҙҙы.

"Был эште киләһе йылда ла дауам итәсәкбеҙ""Был эште киләһе йылда ла дауам итәсәкбеҙ"
"Был эште киләһе йылда ла дауам итәсәкбеҙ"

Республика Башлығы Радий Хәбиров "Сәләмәтлек поездары"ның эш һөҙөмтәләре тураһында яҙҙы.

“Башҡортостандың төпкөл ауылдарында “Сәләмәтлек поездары” булды, – тип белдерҙе төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә. – Ярты йыл эсендә улар төп бурыстарын башҡарҙы – ауыл халҡына ҡала кешеләре менән бер тиң сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге бирҙе. Бының өсөн күсмә үҙәктәрҙе тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырҙыҡ. Теләгән һәр кем бушлай тикшеренеү үтеү, флюорография, кардиограмма, маммография эшләтеү, COVID-19-ҙан прививка яһатыу форсаты алды.

Быйыл апрелдән алып табиптар 75 496 пациентты ҡабул иткән, 44 644 тикшереү үткәргән. “Сәләмәтлек поездары” белгестәре 3 547 кешенең ҡанында глюкоза кимәленең артыҡ юғарылығын, 390 кешелә шәкәр диабеты, 41 кешелә туберкулез, 1 790 кешелә гипертония сире барлығын асыҡлаған.

Проектты киләһе йылда ла мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, имен-һау булығыҙ!”

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас