Сәләмәт булайыҡ
2 Октябрь 2021, 04:00

Табиптарҙың түҙемлеге күпмегә етер?

“Граждандарҙың хоҡуғын боҙаһығыҙ, бизнесҡа баҫым яһайһығыҙ, иҡтисадты быуаһығыҙ” тип ғәйепләйәсәктәр, әммә...

Табиптарҙың түҙемлеге күпмегә етер?Табиптарҙың түҙемлеге күпмегә етер?
Табиптарҙың түҙемлеге күпмегә етер?

Республикала прививка кампанияһы ныҡ һүлпәнәйҙе. Ә сир таралыу тиҙлеген арттыра ғына.

СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров әйтеүенсә, ҡәтғи сикләүҙәр индереү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.

"Был бик ауыр, әммә уны барыбыҙ өсөн дә индерергә кәрәк, ҡайһы саҡта ғәҙәти булмаған аҙымдар яһау дөрөҫөрәк. Аңлайым, сикләү сараларын айырыуса прививка яһатмағандар ҡабул итмәйәсәк. Тағы ла “граждандар хоҡуғын боҙаһығыҙ, бизнесҡа баҫым яһайһығыҙ” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура киләсәк. ”Иҡтисадты быуаһығыҙ” тип тә ғәйеп ташлаясаҡтар. Әммә сир таралыуының бындай темпы һәм үлем осраҡтары иҡтисадты бөтөнләй юҡҡа сығарыуы ихтимал. Иҫ киткес ҙур финанс ресурстары һаулыҡ һаҡлауҙы тотоу өсөн ҡулланыла, ковид-госпиталдәргә йүнәлтелә, ә прививка был финанс сығымдарын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирер ине.  Табиптарыбыҙҙың көсө һәм энергияһы күпмегә етер? Был хаҡта уйланғанығыҙ бармы?" - тине баш табип.

Әйтеүенсә, уның эргә-тирәһендә, яҡындары араһында ла прививкаға ҡаршылар бар, бер ниндәй аңлатыу ҙа, өгөтләү ҙә ярҙам итмәгән. Ә ағаһы әле ауыр хәлдә Зубовтағы госпиталдә...

Фото: VK.com

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас