Сәләмәт булайыҡ
3 Октябрь 2021, 07:30

Коронавирусҡа коллектив менән ҡаршы торорға кәрәк

Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Ринат Ғайсин әйтеүенсә, коронавирустан һаҡланыу юлы бер генә... 

Коронавирусҡа коллектив менән ҡаршы торорға кәрәкКоронавирусҡа коллектив менән ҡаршы торорға кәрәк
Коронавирусҡа коллектив менән ҡаршы торорға кәрәк

Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Ринат Рәшит улы Ғайсин белдереүенсә, коронавирустан һаҡланыуҙың бары бер сараһы – вакцина яһатыу.

"Беренсенән, беҙ күмәк кеше араһында эшләйбеҙ. Халыҡ менән аралашҡас, үҙебеҙ ҙә яҡланған булырға тейешбеҙ. Шуға ла вакцинация башланғас, коллектив менән йыйылып һөйләштек һәм бергәләп прививка ҡаҙатырға ҡарар иттек. Табип Наталья Николаевна килеп, коронавирустың бар нескәлектәрен аңлатты. Ошо осрашыуҙың файҙаһы ҙур булды, күптәрҙең вакцинациялауға ҡарашы ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Һөҙөмтәлә филармония коллективының 85 проценты прививка ҡаҙатты, ә ҡалғандарҙа табип биргән сикләүҙәр бар. Әйтергә кәрәк, коронавирус менән ауырығандар булды, әммә улар, вакцина эшләткәс, сирҙе еңел үткәрҙе.  

Прививка ҡаҙатыуҙың икенсе сәбәбе – яҡындарыбыҙҙы һаҡларға кәрәк. Әсәйемә 56 йәш, уны ла, бер туғандарымды ла өгөтләп, вакцина яһаттырҙым. Уларҙың күбеһе бөтөнләй ауырыманы, вирусты йоҡторғандары ла сирҙе еңел үткәрҙе.

Ошо күҙәтеүҙәрҙән сығып, коронавирусты тик вакцина менән генә еңергә мөмкин, тип иҫәпләйем. Тарихҡа күҙ һалғанда ла, ҡыҙылса һәм башҡа ауырыуҙарҙы прививка ярҙамында еңгәндәр бит", – ти Ринат Ғайсин.

Фото: Ринат Ғайсиндың ғаилә архивы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас