

Республиканың оператив штабынан хәбәр итеүҙәренсә, өлкән йәштәгеләрҙең коронавирустан вафат булыу осраҡтары юғары кимәлдә ҡала.
3 октябргә ҡарата мәғлүмәттәргә килгәндә, һуңғы тәүлектә тағы ла 482 кеше Covid-19-ҙы йоҡторған. Ауырығандарҙың дөйөм иҫәбе хәҙер 68 309-ға етте. Шул уҡ ваҡытта коронавирустан тәүлек эсендә рәсми теркәлгән үлем осраҡтары - 23 (был йәһәттән дөйөм иҫәп - 1683, араларында 1403-ө - 60 йәштән өлкәндәр).
Әле стационарҙарҙа 821 пациент дауалана (60 йәштән өлкәндәр - 515). Уларҙың 41-е ауыр хәлдә, 17-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор рәүештә иһә 6406 кеше дауалана (араларында 60 йәштән үткәндәр - 4212). Тәүлек эсендә 248 пациент шәбәйгән, был йәһәттән дөйөм иҫәп – 59 399.
Пневмонияға килгәндә, тәүлектә уны 159 кеше йоҡторған, пациенттарҙың 134-е шәбәйеп сыҡҡан.
Башҡортостанға коронавирустан 1 855 308 доза вакцина килтерелде. Уның тәүге компонентын 1 297 983 кеше ҡаҙатҡан (килгән вакцинаның 69,9 проценты). Прививканы тулыһынса 1 191 493 граждан эшләткән. Һуңғы тәүлектә 3616 кеше вакцинацияланған (тәүге компонентты - 1851, икеһен дә 1765 кеше яһатҡан).
Фото: lenta.ru