Сәләмәт булайыҡ
4 Октябрь 2021, 16:45

Бишенсе тулҡындың булыуы ла ихтимал

Ғәҙәттәге тормошҡа ҡасан ҡайтырбыҙ?

Бишенсе тулҡындың булыуы ла ихтималБишенсе тулҡындың булыуы ла ихтимал
Бишенсе тулҡындың булыуы ла ихтимал

“Башинформ”да үткән бөгөнгө брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин яңы коронавирус инфекцияһының бишенсе тулҡыны булыу мөмкинлеген дә йәшермәне.

“Инфекция һауа-тын алыу юлдары аша йоға. Әле эпидемиологик миҙгелдең башы ғына. Күҙаллауы ауыр, әлбиттә, әммә беҙ коллектив иммунитетты үҫтермәһәк, эпидемиологтар фекеренсә, киләһе бишенсе тулҡынды 2022 йылдың ғинуар-февраль айҙарында ҡаршылауыбыҙ ихтимал,– тине министр. - Халыҡтың 80 процентын прививкалай алмаһаҡ, эпидемиологик хәл тотороҡланмаясаҡ”.

Ғәҙәттәге тормошҡа ҡасан ҡайтырбыҙ? Бар кешене ҡыҙыҡһындырған һорауға Максим Забелиндың яуабы ҡыҫҡа һәм аңлайышлы булды: “Ғәҙәттәге тормошҡа ҡайтыуҙың иң тиҙ варианты – вакцина яһатыу. Әгәр коллектив иммунитетҡа өлгәшмәһәк, коронавирус инфекцияһы һөҙөмтәһендәге сикләүҙәр тағы ла оҙаҡҡа һуҙыласаҡ. Эпидемиологик хәлгә ярашлы, уларҙың тағы ла ҡатыланыуы мөмкин. Бөтәһе лә үҙебеҙҙең ҡулда”.

Фото: ”Башинформ”.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас