

Бөгөнгө брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин вакцина яһатыу темпының ҡайһы райондарҙа һүлпән барыуын әйтте, антирейтинг лидерҙарын атаны.
Һуңғы аҙнала Белорет, Бөрйән, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Яңауыл, Туймазы райондарында, Октябрьский, Салауат ҡалаларында вакцина яһау темпы түбәнәйгән.
Прививка эшләткән халыҡ һаны буйынса антирейтингты Иглин, Бөрйән, Белорет райондары, Межгорье, Сибай ҡалалары "етәкләй". Сәбәбе ниҙә? Министрҙың әйтеүенсә, был райондарҙа кешеләрҙең әүҙемлеге түбән. Эпидемиологик хәлде тотороҡландырыу өсөн сикләү сараларын үтәү һәм халыҡтың 80 процентын вакцинациялау мөһим.
Республиканың биш предприятиеһы Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор”ҙың хеҙмәткәрҙәрҙе мотлаҡ вакцинациялау тураһындағы күрһәтмәһен алған. Был хаҡта брифингта ведомствоның урындағы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Сир ояһын бөтөрөү өсөн хеҙмәткәрҙәр вакцина яһатырға тейеш. Ошондай күрһәтмәләр Белорет ҡалаһының дүрт эре предприятиеһына һәм Өфөләге бер ойошмаға бирелгән. Был сара төбәктәрҙәге ауыр эпидемиологик хәлде тотороҡландырыу өсөн кәрәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.