

“Башинформ”да үткән бөгөнгө брифингта һүҙ коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек тураһындағы указына индерелгән үҙгәрештәр, вакцина яһатыу һәм республикала эпидемиологик хәл тураһында барҙы. Хөкүмәт вице-премьеры - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин тәүҙә документҡа индерелгән яңылыҡтар менән таныштырҙы, аҙаҡ журналистарҙың, социаль селтәр аша мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, бөгөндән башлап дәүләт йәки муниципаль музейҙарға, күргәҙмә залдарына, театрҙарға, китапханаларға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына, мәҙәниәт йорттарына, шулай уҡ күп кеше йыйылған физкультура һәм спорт сараларына инеү өсөн вакцина яһатыу тураһында сертификат йә һуңғы алты ай эсендә коронавирус кисергәнде раҫлаған белешмә булыуы шарт. Шулай уҡ элек ҡабул ителгән талап төнгө клубтарға ла ҡағыла.
12 октябрҙән ошондай уҡ документтарҙы сауҙа үҙәктәренә, шәхси милектәге музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, театрҙарға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына, мәҙәниәт йорттарына ингәндә, йәнә ҡала-ара автобустарҙа, “Орлан” ҡала яны поезында күрһәтергә тура киләсәк.
18 октябрҙән сикләү саралары матурлыҡ, косметика, СПА-салондарға, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, ресторан-кафеларға (урындар 50-нән ашыу булғанда) ҡағыласаҡ.
Был сикләүҙәр 18 йәштән өлкәндәргә ҡағыла. 2021 йылдың 4 октябренән өҫтәмә белем биреү ойошмалары дистанцияла уҡытыуға күсә. Муниципалитеттар үҙ биләмәләрендә санитар-эпидемиологик хәлдең нисек булыуы һәм “Роспотребнадзор” идаралығы тәҡдимдәре нигеҙендә коронавирусҡа ҡаршы өҫтәмә саралар индерә ала.
Дәүләт идараһы һанлы үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Денис Слепов яңы үҙгәрештәр тәртибен ентекле аңлатты. Вакцина тураһындағы сертификаттарҙың срогы – бер йыл, ә коронавирус менән сирләү хаҡындағы белешмәнең яраҡлылыҡ срогы һауыҡҡандан һуң ярты йыл тәшкил итә. Сертификаттарҙың ялған булыу-булмауын QR-код менән раҫлаясаҡтар. Максим Забелин ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе менән ҡыҫҡа ваҡыт талап иткән, кеше күп йыйылмаған урындарға инеү мөмкинлеген белдерҙе (мәҫәлән, косметика,СПА-салондарға).
Халыҡты поликлиникаларҙа сираттың ҙур булыуы борсой. Һаулыҡ һаҡлау министры проблеманы белеүҙәрен, уны төрлө юлдар менән хәл итергә тырышыуҙарын әйтте. Коронавирус инфекцияһының таралыуы менән бәйле амбулатор звеноға ҙур көсөргәнеш төшә. Шуға күрә ваҡытлыса диспансерлаштырыу, планлы медицина ярҙамы күрһәтеү (онкология, кардиологиянан тыш) туҡтатылған. Вакцина яһатыу темпы артыу һәм коллектив иммунитет барлыҡҡа килеү менән поликлиникаларҙа көсөргәнеш кәмейәсәк.
Фото: ”Башинформ”.