

Ғәлиә МӨҒӘЛЛИМОВА, Борай районының “Алмағас” питомнигы етәксеһе:
- Быйылғы йәй ғаиләбеҙ өсөн ауыр булды: бер-бер артлы ҡәһәрле сир менән ауырыныҡ. Ирем һәм балаларым уны еңелерәк үткәргән булһа, мине Борай дауаханаһынан Һуғыш ветерандарының республика клиник дауаханаһына алып килделәр. Табиптарҙың иғтибарлылығы, тәжрибәһе генә аяҡҡа баҫтырҙы. Госпиталдең баш табибы Хәлил Мостафин эште шул тиклем оҫта ойошторған: табиптар көнөнә кәм тигәндә өс тапҡыр инеп сыға ине. Улар ҙа, санитарҙар ҙа тиклем шул тиклем иғтибарлы. Дарыуҙар менән өҙөклөк булманы, ауырыуҙы тиҙерәк аяҡҡа баҫтырып сығарыу – уларҙың төп маҡсаты.
Тәүге көндәрҙә үлем менән көрәштем. Бик ауыр булды. Күҙҙе йоморға ла ҡурҡа инем. Үлем менән көрәшкән ваҡытта прививка тураһында күп уйландым. Вакцинация башланғас: “Күптән түгел ауыр операция үткәрҙем, эшләмәй торайым”, - тип ваҡытында мөрәжәғәт итмәгәйнем. Ауырығанда ошо ҡарарым өсөн үкендем.
Дауаханала уҡ вакцина эшләтергә һүҙ бирҙем һәм ошо ғәмәлемде тормошҡа ашырҙым. Мин кисергән ауырлыҡтарҙы яҡындарым күрмәһен, ауырыу уларҙы урап үтһен тигән теләгем көслө, шуға барыһын да прививка эшләтергә өгөтләйем.
Фото ғаилә архивынан алынды.