Сәләмәт булайыҡ
4 Октябрь 2021, 18:30

Сәбәбе – кадрҙарға ҡытлыҡ...

Әлегә медицина берләшмәһе ауыр эпидемиологик хәл менән бәйле иҫ киткес ҙур көсөргәнештә эшләй. Иптәштәрен юғалта, сир йоҡтора, ауырый...

Сәбәбе – кадрҙарға ҡытлыҡ...Сәбәбе – кадрҙарға ҡытлыҡ...
Сәбәбе – кадрҙарға ҡытлыҡ...

Һаулыҡ һаҡлау бөгөн иң киҫкен, бәкәлгә һуҡҡан проблемаларҙың береһе. Йыл башынан алып Республикаға идара итеү үҙәгенә аяныслы, борсоулы хәбәрҙәр килеп кенә торҙо.

Һәр хәбәр артында – кеше яҙмышы һәм ғүмере. Сентябрь айында төп проблемаларҙың береһен системаға әүерелгән мәсьәләләр биләне –табиптарҙың етешмәүе, поликлиникаларҙағы сираттар, медицина ярҙамының тулыһынса күрһәтелмәүе. Бер проблема икенсеһен тыуҙыра. Кадрҙар ҡытлығы бөтә тармаҡты артҡа һөйрәй. Бына һеҙгә халыҡтан килгән бер нисә миҫал.

“Ишембай ҡалаһы. Кешеләр поликлиникала өймәкләшеп йөрөй, сәғәттәр буйы бер терапевты көтөп сиратта ултыра. Эпидемиологик хәл нисек яҡшырһын инде?” – тип яҙалар.

Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы әйтеүенсә, сир артыуы һәм персоналдың етешмәүе сәбәпле сираттар барлыҡҡа килә. Дауахана табиптар менән ни бары 51, уртаса медицина хеҙмәткәрҙәре менән 76,8  процентҡа тәьмин ителгән. Эшкә урынлашыусылар булһа ла, китеүселәр күберәк.

“Ғафури районы. Түбәнге Ташбүкән ауылы. Яңы ФАП асылғанына ҡыуандыҡ, ә фельдшер һаман да юҡ”.

Әйтеүҙәренсә, фельдшер ауылдан башҡа районға күсеп киткән. Алмаш эҙләп таба алмайҙар. Әлеге ваҡытта участка терапевҡа беркетелгән, ул айына бер тапҡыр ғына килеп йөрөй. Бына тигән яңы, йыһазландырылған ФАП етемһерәп хужа килгәнен көтә...

Ҡайһы бер “ауыртҡан”, йәнгә тейгән мәсьәләләрҙе хәл итә алһалар ҙа, системалы проблема системалы ҡарарҙарҙы көтә. Әлегә медицина берләшмәһе ауыр эпидемиологик хәл менән бәйле иҫ киткес ҙур көсөргәнештә эшләй. Иптәштәрен юғалта, сир йоҡтора, ауырый... Беҙ уларға нисек ярҙам итә алабыҙ? Иң тәүҙә – бәйләнештәрҙе сикләйек һәм прививка яһатайыҡ.

#ЦУРБашкортостан #ЦУРБашкортостан_решаемвместе

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас