

Башҡортостанды үҫтереү корпорацияһында ҡырағай үҫемлектәрҙе эшкәртергә теләгән йүнселдәр өсөн ике бизнес-проект тәҡдим ителде.
Тәҡдимдәр Корпорацияның генераль директоры Наил Ғәббәсовтың райондарҙың бизнес-шәрифтәре менән онлайн-осрашыуында әйтелде. Ошондай кейстарҙы эшкәртеүҙең төп маҡсаты – Йылайыр һәм Кушнаренко райондарында ҡырағай үҫемлектәрҙе йыйыу һәм эшкәртеү буйынса комплекстар ойоштороу, халыҡты ҡырағай үҫкән бәшмәк, еләк һәм емештәр йыйыу, артабан уларҙы эшкәртергә тапшырыу менән ҡыҙыҡһындырыу.
Тәүге проект Йылайыр районында бәшмәк, еләк һәм емеш эшкәртеү комплексы асыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Проекттың бюджеты –33 миллион һумдан ашыу, ул 25 яңы эш урыны булдырасаҡ. Копорация белгестәре әйтеүенсә, был шөғөл табышлы буласаҡ.
Икенсе проект Кушнаренко районында урман бәшмәктәре һәм трюфель эшкәртеүҙе күҙ уңында тота. Уның бюджеты 12 миллион һум тәшкил итәсәк, яңы эш урындары һаны – 20.
Фото:pravitelstvorb.ru.