

Республика кардиология үҙәге табиптары мөғжизә яһай. Улар бик ҡатмарлы, һирәк осрай торған сирҙәрҙән пациенттарҙы ҡотолдороу, ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә. Ошо көндәрҙә алтын ҡуллы хирургтар командаһы тын алыуы ауырлашҡан һәм күкрәк ситлеге артында ҡаты сәнсеү тойған 60 йәшлек ирҙе үлемдән ҡурсалап ҡалды.
Пациентҡа коронография үткәргәндә уң яҡ коронар артерияһында тығын барлыҡҡа килеүе асыҡланған. Дауалау өсөн тамырҙар эсендә яһалыусы ҡатмарлы операция техникаһын ҡулланырға ҡарар ителгән. Операция атамаһы ла ябай халыҡ өсөн ҡатмарлы– “ретроградная реваскуляризация” тип атала. 2017 йылдан алып ошондай дүрт операция яһалған.
Хәл иткес операцияны рентгенхирург Азат Мөхәмәтйәнов етәкселегендәге табиптар командаһы башҡарған. Операция барышында ул артерияның тәбиғи йөрөшөнөң кире йүнәлешендә тығылған ҡан тамырында канал барлыҡҡа килтерә. “Сәләмәт тамырҙан сирле тамырға ваҡ ҡына тоташтырыу тамырҙары аша үткәргестәр, катетерҙар индереү бик ауыр ,– ти белгестәр.– Махсус инструменттар, берҙәм команданың оҫталығынан башҡа хирургтарҙың һиҙемләүе һәм тәжрибәһе ҙур әһәмиәткә эйә. Операция өс сәғәткә яҡын барҙы. ”
Шуныһы ғәжәп, тын алыуы ла ҡыйынлыҡ тыуҙырған пациент 12 сәғәттән һуң ауырлыҡһыҙ бишенсе ҡатҡа менеп йөрөй башлаған һәм биш көндән һуң өйөнә ҡайтып та киткән.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.