Сәләмәт булайыҡ
5 Октябрь 2021, 09:30

Барыһы ла үҙебеҙҙән тора

Бәләбәй районы хакимиәте  башлығы Азат Сәхәбиев социаль селтәрҙә коронавирус инфекцияһы таралыуы менән бәйле райондағы эпидемиологик хәлгә баһа биргән һәм санитария-гигена талаптарын үтәүҙе контролләргә ҡушҡан.

Барыһы ла үҙебеҙҙән тораБарыһы ла үҙебеҙҙән тора
Барыһы ла үҙебеҙҙән тора

Бәләбәй районы хакимиәте  башлығы Азат Сәхәбиев социаль селтәрҙә коронавирус инфекцияһы таралыуы менән бәйле райондағы эпидемиологик хәлгә баһа биргән һәм санитария-гигена талаптарын үтәүҙе контролләргә ҡушҡан.

“Мир кино” кинотеатры һәм тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре юғары әҙерлек тураһындағы Указға индерелгән үҙгәрештәрҙе ныҡлап өйрәнде. Санитар контролләү теүәл үтәлә, залдар эшкәртелә. Инеү урынында санитайзерҙар бар, битлек режимы һаҡлана, – тип  хәбәр итә Азат Сәхәбиев.  - Ковид менән хәл ҡатмарлаша. Йәмәғәт урындарына ингәндә бөтә сикләүҙәрҙе ҡәтғи үтәү талап ителә. Ҡулдарығыҙҙа вакцина яһатыу тураһында сертификат йәки алты ай дауамында ковид менән ауырығанығыҙҙы раҫлаған белешмә булыуы мотлаҡ. Ентеклерәк танышыу өсөн ошо һылтанма буйынса инеп уҡығыҙ: https://npa.bashkortostan.ru/33166/  йәки https://belebey-mr.ru/covid-19/ug_560_20211001.pdf. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора, мәсьәләгә етди ҡарайыҡ.”

#АдминистрацияБелебеевскогоРайона #Белебеевскийрайон #Белебей
#ГлаваАдминистрацииСахабиев #стопкоронавирус #вакцинацияCOVID #наденьмаску

 

 

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас