

Коронавирус шашыуын дауам итә. Бөгөнгө статистиканан күңелдәр өшөй, хәүефләндерә: тағы 27 ғаиләгә ҡайғы килде, кемдер яҡындарын, кемдер хеҙмәттәштәрен юғалтты. Һуңғы тәүлектә 497 кешенең сирҙе йоҡторғаны асыҡланды, пандемия осоронда был - иң юғары күрһәткес.
Сирҙе йоҡторғандарҙың дөйөм һаны республикала 69 294-кә етте. Вирус ҡорбандары - 1 732. Һуңғы тәүлектә 557 ауырыу һауыҡҡан. Әле 6 607 сирле амбулатор шарттарҙа, 791 пациент стационарҙарҙа дауалана. 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Тәүлек эсендә ҡайһы төбәктәрҙә сир нығыраҡ таралған? Өфө был йәһәттән “лидерлыҡ"ты тота (161 осраҡ), Мәләүез (53), Туймазы (42) райондары, Октябрьский ҡалаһы (40) шулай уҡ хәүефле сир таралған төбәктәр рәтендә.
Рәсәй буйынса ла эпидемиологик хәл киҫкенләшә. Тәүлек эсендә 895 ауырыу вафат булған, ковид 25 110 кешелә раҫланған.
Фото: News.myseldon.com