Сәләмәт булайыҡ
5 Октябрь 2021, 17:30

Лицензиялар биреү артҡан

Берҙәм реестрҙа һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм йәмәғәт сәләмәтлеге буйынса лицензиялар һаны 465-кә еткән.

Лицензиялар биреү артҡанЛицензиялар биреү артҡан
Лицензиялар биреү артҡан

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2021 йылдың башынан “Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм йәмәғәт сәләмәтлеге” буйынса бирелгән лицензиялар һаны 7,5 процентҡа артҡан.

"Һаулыҡ һаҡлауҙа мөһим маҡсат – граждандарҙың сәләмәтлегенә һәм милли именлеккә хәүеф тыуҙырған сирҙәр кимәлен кәметеү. Был өлкәлә закондарҙы нығытыу – дәүләт сәйәсәтенең сағылышы ул, – тине Эльвира Тәхәүетдинова. – Хәҙерге ваҡытта ил халҡының сәләмәтлеге йәшәү мөхите факторҙарына бәйле".

Халыҡтың сәләмәтлеге тураһында дөрөҫ тупланған һәм яҡшы анализланған статистик мәғлүмәттәр һауыҡтырыу сараларын планлаштырыу, учреждениеларҙың ойоштороу формаларын, эш ысулдарын булдырыу, шулай уҡ уларҙың халыҡ сәләмәтлеген һаҡлау, нығытыу буйынса эшмәкәрлек тәьҫирлеген контролләү өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итә.

Берҙәм реестрҙа һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм йәмәғәт сәләмәтлеге буйынса лицензиялар һаны 465-кә еткән. Шуларҙың 132-һе – дәүләттеке, 297-һе – шәхси ҡулдарҙа, 36-һы башҡа милек формаһына ҡарай.

Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52920

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас