Сәләмәт булайыҡ
5 Октябрь 2021, 17:00

Ни өсөн табиптар шәхси клиникаларға китә?

Ҙур көсөргәнеш, стресс, пациенттарҙың медицинаға һалҡын мөнәсәбәте...

Ни өсөн табиптар шәхси клиникаларға китә?Ни өсөн табиптар шәхси клиникаларға китә?
Ни өсөн табиптар шәхси клиникаларға китә?

Дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһында кадрҙарға ҡытлыҡ булыуҙың сәбәптәре - ҙур көсөргәнеш, самаһыҙ күп отчеттар, стресс һәм пациенттарҙың һалҡын мөнәсәбәте. Был мәғлүмәттәрҙе Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы тәүге ойошмалар рәйестәре менән һөйләшеү барышында алған.

Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 31 проценты медицинала кадрҙарға ҡытлыҡ булыуын раҫлаған. Тәү сиратта участка, терапия хеҙмәте, хирургия профилендәге табиптар етешмәй. Респонденттарҙың 71 проценты дәүләт учреждениеларында эшләргә теләмәүенең сәбәбен хеҙмәт урынында ҙур көсөргәнеш, шул иҫәптән психологик баҫым булыуы менән аңлатҡан. 64 процентына системалағы бюрократлыҡ, отчет документтарының күплеге оҡшамай. 49 проценты уны арығанлыҡ, стресс, көсөргәнештең самаһыҙ булыуы менән бәйләй. Профсоюз комитеттары рәйестәренең 38 проценты ғына белгестәргә ҡытлыҡты эш хаҡының түбәнлеге менән аңлата. Пациенттар менән мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыулығы, халыҡтың медицинаға кире ҡарашы табиптарҙың 62 процентын шулай уҡ борсой.

Профсоюз матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, кадрҙар етешмәүе ҡала һәм район дауаханаларында күҙәтелә. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ медицина округында табиптар менән тәьмин ителеш бары 55 процент тәшкил итә. “Ҡалала һаулыҡ һаҡлауҙы оптимизациялау дауам итә, йыл аҙағына тиклем өс диспансер филиалға әүереләсәк, – тип хәбәр итә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең ҡала профсоюз ойошмаһы рәйесе Азат Ҡорбанғәлиев. – Тәүге звенола табиптар ике, хатта өс участкала пациенттарҙы ҡабул итә. Был  хәл уларҙы көсөргәнеш түбән булған, шундай уҡ эш хаҡы түләнгән шәхси клиникаларға китергә мәжбүр итә. Карьера үҫеше, уңайлы эш урыны, торлаҡ булмауы йәш кадрҙарҙың күпләп ситкә ағылыуына юл аса”.

Фото: ”Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас