Сәләмәт булайыҡ
5 Октября 2021, 10:15

Рейдтар дауам итә

 Урындарҙа ковидҡа ҡаршы саралар үтәлһә лә, ҡайһы бер етешһеҙлектәр ҙә осрай.  Мәҫәлән, һәр ерҙә лә сирҙе иҫкәртеү саралары тураһында белешмәләр ҡуйылмаған, разметкаларҙы яңыртаһы бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рейдтар дауам итәРейдтар дауам итә
Рейдтар дауам итә

Район биләмәләрендә Башҡортостан Башлығының  коронавирус таралыуы менән бәйле юғары әҙерлек тураһындағы Указына индерелгән үҙгәрештәр үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар дауам итә.

 Ауырғазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Айгөл Шакирова  етәкселегендәге төркөм Толбазылағы сауҙа объекттары һәм ойошмаларында булды.  Бөтә коллективтарҙа ла ковидҡа ҡаршы саралар үтәлә, ҡайһы бер етешһеҙлектәр ҙә осрай.  Мәҫәлән, һәр ерҙә лә сирҙе иҫкәртеү саралары тураһында белешмәләр ҡуйылмаған, разметкаларҙы яңыртаһы бар.

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, полиция хеҙмәткәрҙәре менән  берлектә  ойошмалар буйлап рейд үткәрҙе, ҡала мәҙәниәт һарайында, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында, үҙәк китапханала, картиналар галереяһында, сауҙа үҙәктәрендә булды. Термометрия пункттары, антисептиктар булыуына иғтибар ителде. Рейдтар артабан да дауам итәсәк. Мәкерле сирҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн һәр кемдең аңлылығы, санитария-гигиена талаптарын ҡәтғи үтәүе мөһим.

 

Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.

Автор:Дина Арсланова