

Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны һәм үлем осраҡтары артыуын дауам итә. Һуңғы тәүлектә йәнә 536 кешенең сирҙе эләктергәне асыҡланды. Шулай итеп, вирусты йоҡторғандар һаны 69 830-ға етте.
Һуңғы тәүлектә вафат булғандар һаны - 28. Дөйөм алғанда, вирус ҡорбандары 1 760-ҡа етте. Әле амбулатор шарттарҙа – 6 423, стационарҙарҙа 812 пациент дауалана. 36 ауырыу ауыр хәлдә, 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә сир осраҡтарының иң күбе Өфөлә (150 осраҡ), Салауат ҡалаһында (40), Баҡалы һәм Туймазы райондарында (35-әр) теркәлгән.
Вакцина яһатыуҙы тулыһынса 1 199 640 кеше тамамлаған. Эпидемиологик хәл ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер райондарҙа прививка яһатыу темпы түбән. Октябрьский ҡалаһында, Туймазы, Яңауыл, Илеш, Ишембай, Благовещен райондарында вакцинация кампанияһына иғтибар күрһәтелмәй. Уларҙа беренсе компонентты ҡаҙатҡандар һаны 49 проценттан да артмай. Сәбәптәр төрлө. Граждандарҙың әүҙемлеге түбән булыу өҫтөнә вакцинаға ныҡлы ышаныстың булмауы, фейктар, ялған хәбәрҙәр прививка яһау темпын түбәнәйтә. Халыҡ араһында аңлатыу эштәрен киң йәйелдерергә кәрәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.