

Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә ревакцинация үтеүе хаҡында яҙҙы.
"Ярты йыл уҙғас, коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтергә кәңәш ителә. Антиматдәләр кимәленә ҡарамай, мотлаҡ ҡаҙатырға кәрәк. Бөгөн мин коронавирустан ревакцинация үттем. Районда прививка эшләү кампанияһы дауам итә. Төп маҡсат - коллектив иммунитет булдырыу. Әле 14 855 кеше ковидтан прививка эшләткән", - тип белдерҙе ул.
Фәнис Әминев район халҡын үҙ һаулығына ҡарата битарафлыҡ күрһәтмәҫкә, тиҙ арала вакцина яһатырға әйҙәне. Прививканы дүшәмбенән йомаға тиклем ҡаланың Халыҡ ижады үҙәгендә һәм "БЛМЗ"-ның медпунктында ҡаҙатырға мөмкин. Эш ваҡыты: 10.00 - 13.00 һәм 09.00 - 16.30 сәғәттәр. Шулай уҡ көн һайын 08.00 - 20.00 сәғәттәрҙә үҙәк ҡала дауаханаһында прививка яһатырға була, бының өсөн поликлиниканың 105-се кабинетына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фәнис Әминев белдереүенсә, райондың барлыҡ предприятие-учреждениеларында, һатыу нөктәләрендә битлек режимы, биналарҙы санитар эшкәртеү дауам итә. Ул үҙе кисә сауҙа йорттарын, китапханаларҙы шәхсән йөрөп ҡарап сыҡҡан.
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.