

Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек тураһындағы Указына үҙгәрештәр индерелеү менән бәйле яҡташтарына мөрәжәғәт итте. “Благовещен ҡалаһында битлек режимын һәм сикләү сараларын үтәүҙе күҙәтеү буйынса рейдтарҙы дауам итәбеҙ. Кисә сауҙа объекттары буйлап йөрөнөк, ете эре сауҙа үҙәгендә булдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, битлек режимының үтәлмәүен күрҙек. Бөгөн иҫкәртеү менән сикләнһәк, артабанғы рейдта протоколдар төҙөләсәк.
Хөрмәтле Благовещен халҡы, эшҡыуарҙар, ойошма етәкселәре! Коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау өсөн бөтә сараларҙы ҡулланыуҙы үтенәбеҙ. Был санитария-гигиена саралары барыбыҙға яҡшы билдәле. Бары берлектәге көс менән генә мәкерле сир таралыуын туҡтата аласаҡбыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!"
Фото: Благовещен районы хакимиәте.