

Яңауыл - вакцина яһау темпы һүлпән барған райондарҙың береһе. Был хаҡта вице-премьер - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин “Башинформ”да үткән брифингта әйткәйне.
Бөгөнгө мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, унда быйыл 789 кешенең сирҙе йоҡторғаны билдәле. ”Яңауыл таңдары” гәзите хәбәр итеүенсә, район дауаханаһында медицина хеҙмәткәрҙәренең 95 проценты прививка яһатҡан, ун табип ревакцинация үткән. Педагогтар ҙа әүҙемләшкән. Улар яҡташтарын ялған хәбәрҙәргә ҡолаҡ һалмай, тиҙерәк прививка яһатырға саҡыра.
"Коронавирустың нимә икәнен үҙ тәжрибәмдә татыным, 2020 йылдың декабрендә ауырып киттем. Ярай әле, сирҙе башҡаларға ҡарағанда еңелерәк үткәрҙем, – ти Киҫәк-Ҡайын ауылында йәшәгән башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәсимә Әнүәрова. – Бер кемгә лә ауырырға яҙмаһын, бик мәкерле, хәлде һурып ала торған сир. Шуға күрә мин прививка яһатырға булдым. Педагог булараҡ, шулай эшләргә тейешмен дә, сөнки үҙем генә түгел, хеҙмәттәштәрем, балалар һаулығы өсөн яуаплылыҡ тоям. Эш менән ауылдан Яңауылға йәмәғәт транспортында барырға ла тура килә. Прививка яһатҡандан һуң үҙеңде аҙ булһа ла яҡланған тояһың".
Фото: “Яңауыл таңдары” гәзите.