

Ҡартлыҡ һәр кемгә килә. Йылдар үткән һайын сәләмәтлек ҡаҡшай, төрлө сирҙәр баш ҡалҡыта башлай. “Ҡартлыҡ килде,” тип уфтанып, был фекер менән килешеп йәшәй башлаһаҡ, ысынлап та, организмыбыҙҙың туҙа барыуына, сирҙәргә юл асыуына рөхсәт итәбеҙ тигән һүҙ. Нисек кенә булмаһын, әүҙем тормош позицияһы кәрәк.
Ҡартлыҡ бит оҙайлы процесс, бер көндә генә ишегебеҙҙе килеп ҡаҡмай. Ҡайһы бер ауырыуҙарҙы, өҙлөгөүҙәрҙе булдырмаҫҡа, иҫкәртергә мөмкин, тип иҫәпләй табиптар. Өлкән кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә ҡамасулай? Әйҙәгеҙ, ошо “дошман”дарҙы ҡарап үтәйек.
Беренсенән, ҡан баҫымы юғары булыуы, гипертония. Икенсенән, дөрөҫ туҡланмау, артыҡ һимеҙлек. Уларҙан ҡала холестерин юғарылығы, физик әүҙемлек түбәнлеге, тәмәке тартыу, алкоголь менән мауығыу килә. Өлкән йәштә сәләмәт булыу анһат түгел, әммә тормошто йәмлерәк, сағыуыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итеү ҡулдан килерлек ғәмәл.
Бөтә донъяға танылған, бай , әммә һаулығы ҡаҡшаған кешене лә бәхетле тип иҫәпләп булмай. Сәләмәт йәшәү рәүешен күҙәтмәйенсә, һанға һуҡмайынса йәшәү ҡасан да булһа сиргә юлыҡтыра. Ҡайһы берәүҙәр “сәләмәт йәшәү рәүеше” тигәнде ишетеү менән танауын сирыштыра, “сәләмәт ғәҙәттәр күңелһеҙ, уларҙы үтәүе ауыр, ҡатмарлы,” “һәр нәмәнән баш тартыу иҫәрлек”, тип иҫәпләй.
Ғәмәлдә хәл башҡаса тора. Сәләмәт тормошҡа ылығыу һеҙҙе йәшәү йәменән мәхрүм итмәй, киреһенсә, яңы мөмкинлектәр аса. Белгестәрҙең әйтеүенсә, сәләмәтлекте хәстәрләүҙә ни бары һигеҙ хәл иткес фактор бар. Уларҙы үтәүе һис ауырлыҡ тыуҙырмаясаҡ, киреһенсә, тормошоғоҙ яңы сағыу буяуҙарға байыр, ҡәнәғәтләнеү, шатлыҡ тойғолары кисерерһегеҙ.
Туҡланыу – бөтә ғәҙәттәргә ҡарағанда ла сәләмәтлеккә ныҡ тәьҫир итеүсе ғәмәл. Нимә ашауыбыҙ ғына түгел, уны ҡасан ашауыбыҙ, аҙыҡтың нисек әҙерләнеүе мөһим.
Һауа. Аҙыҡһыҙ бер нисә аҙна, һыуһыҙ бер нисә көн йәшәргә мөмкин, тик тын алмайынса ике-өс минуттан да артыҡ йәшәп булмай. Һауалағы кислород беҙҙең күҙәнәктәрҙәге аҙыҡты яндырғандан һуң, йәшәү өсөн мөһим энергияны алыу өсөн кәрәк. Беҙ иркен һәм тәрән һуларға тейешбеҙ. Һауа саф, таҙа булһын. Яҡшы тын алыу өсөн кәүҙәгеҙҙең төҙ булыуы, күкрәк ситлегенең ҡыҫылмауы шарт. Эш урынының, йоҡо бүлмәһенең елләтелгән булыуына иғтибар итегеҙ. Яңы көндө асыҡ һауала бер нисә тапҡыр тәрән тын алыуҙан һәм тышҡа сығарыуҙан башлағыҙ. Һулау – тормоштоң төп функцияһы. Саф һауа менән тын алғанда баш мейеһе һәм бөтә организм яҡшыраҡ эшләйәсәк.
Һыу. Тәнебеҙҙең 60 проценты һыуҙан тора. Бөйөрҙәргә ул ҡанды фильтрлау һәм кәрәкмәгән матдәләрҙе организмдан сығарыу өсөн бик кәрәк. Аҙыҡ эшкәртеү системаһы һыуға ныҡ мохтажлыҡ кисерә. Тән тиреһе сәләмәт һәм шыма булһын өсөн дә һыу мөһим. Хатта һөйәктәр ныҡлығы һәм һығылмалығы өсөн тейешле миҡдарҙа һыу булыуы талап ителә. Шәхси гигиена, аш-һыу әҙерләү өсөн дә һыуҙы рәхәтләнеп файҙаланабыҙ. Табиптар көнөнә ашау араһында алты стакан һыу эсергә тәҡдим итә. Иртәнге аш алдынан бик үк һалҡын булмаған һыу эсеү файҙалы, ул ашҡаҙанды төн буйына йыйылған лайланан таҙартасаҡ. Һыу шифаға, ҙур һауыҡтырыу көсөнә эйә. Гидротерапия ысулдары, мунса, ванна һәм сауналар күп кенә сирҙәрҙе дауалай ала.
Ҡояш – планеталағы мөһим энергия сығанаҡтарының береһе. Уның йомшаҡ яҡты нурҙары йәшәү һәм сәләмәтлек өсөн файҙалы. Тирегә тәьҫир итеп, D витаминын эшләп сығара. Ҡояш нурҙарының ультрафиолет нурланышы патологик микробтарҙы юҡ итергә һәләтле. Ҡайҙа ҡояш, шунда – тормош, шунда – сәләмәтлек. Тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, ҡышҡы көндәрҙә депрессиялар, нервы ауырыуҙары арта. Әммә артыҡ ҡояш нурҙарының зарарлы булыуы ла ихтимал. Оҙаҡ ваҡыт ҡояшта ҡыҙыныу сәләмәтлек өсөн хәүефле.
Физик күнегеүҙәр. Беҙҙең тәнебеҙ хәрәкәтләнеү өсөн яралған. Хәрәкәтләнмәү организмды туҙыуға, ҡаҡшауға килтерә. Күнегеүҙәр гипертонияны, һимереүҙе иҫкәртә, тәнде яҡшы формала тота. Иң яҡшы физик күнегеү – йәйәү йөрөү, уға бер сикләү ҙә ҡағылмай.
Ял итеү. Инфаркттарҙың күбеһе сәғәт 9-ҙан 12 сәғәт араһында булыуы билдәле. Йыш ҡына көсөргәнешле хеҙмәт көнөнән һуң кеше талсығыу тоя. Төнгө йоҡо беҙҙең сәләмәтлекте тергеҙә. Йоҡлағанда нейрондар көнө буйы тупланған метоболик ҡалдыҡтарҙан таҙара. Организмдың һәр күҙәнәге даими ялға мохтаж. Был биологик талап тәбиғәт тарафынан һалынған.
Токсиндарҙан ҡотолоу. Кеше – үҙенең теләге менән сәләмәтлеген боҙған, ағыулаған, токсик матдәләр ҡулланған йән эйәһе. Әгәр беҙ сәләмәт аҡыл менән оҙайлы ғүмер кисерергә теләһәк, яһалма стимуляторҙар ҡулланыуҙан (никотин, алкоголь, кофеин, кокаин һ.б.) баш тартырға тейешбеҙ. Улар организмды көсөргәнеш менән эшләргә мәжбүр итә, һөҙөмтәлә төрлө сирҙәргә алып килеүе мөмкин.
Күңел тыныслығы. Һәр хәл-ваҡиғаны тыныс ҡабул итеү, борсолмау, бер кемгә лә асыу тотмау, проблемаларҙы ҡабул итә белеү ғәҙәте һеҙҙе күп күңелһеҙлектәрҙән ҡурсалар. Әлбиттә, был анһат түгел, шулай ҙа тырышырға кәрәк. Эске күңел бөтөнлөгө сәләмәтлекте һаҡлаусы ғәмәл. Үҙеңә ышаныс тойғоһо, тыныслыҡ, яҡшылыҡҡа ынтылыш – психик һәм физик сәләмәтлек нигеҙе. Ошо һигеҙ таяныстың ғүмер юлында айырылғыһыҙ юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Фото:VK.com