Сәләмәт булайыҡ
6 Октябрь 2021, 06:30

Сабыйҙар ковидты нисек үткәрә?

“Бер тәүлек кенә йәштәге сабыйҙарҙы ла ҡабул итәбеҙ", – ти бүлексә мөдире Ирина Тихонова.

Сабыйҙар  ковидты нисек үткәрә?Сабыйҙар  ковидты нисек үткәрә?
Сабыйҙар ковидты нисек үткәрә?

 Өфөләге 17-се балалар клиник дауаханаһы табиптары сабыйҙарҙың ковидты нисек үткәреүҙәре тураһында һөйләне. Белгестәрҙең әйтеүенсә, республикала коронавирус йоҡторған балалар һаны арта. Йыл башынан алып 6 100 осраҡ теркәлгән, ә пандемия осоронда бөтәһе 7 680 бала ауырыған.

Июль айынан башлап яңы тыуған сабыйҙарҙан бер айлыҡҡа тиклемге балаларҙа  коронавирус инфекцияһы йыш осрай башлаған. Шуға күрә 17-се дауахана базаһында балалар өсөн йоғошло ауырыуҙар госпитале ойошторорға ҡарар ителде.   Ун балаға иҫәпләнгән бүлексә 23 августа асылды. Шул ваҡыттан алып клиникаға 39 сабый ҡабул ителде.

Дауахананың баш табибы Нурсилә Әбсәләмова әйтеүенсә, бүлексәлә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының сирҙе иҫкәртеү, диагностикалау, дауалау буйынса ваҡытлыса рекомендацияларына ярашлы, махсус медицина ярҙамы күрһәтелә. Биләмә “таҙа” һәм “бысраҡ” зоналарға бүленгән, бөтә санитария-гигиена  талаптары үтәлә. Ата-әсәләр менән видеобәйләнеш  Zoom платформаһында бара. “Кескәйҙәрҙең сәләмәтлеге өсөн борсолған өлкәндәр өсөн дә, беҙҙең өсөн дә бик уңайлы бындай аралашыу. ПЦР-тест анализы кире һөҙөмтә күрһәткәндә, бала патология бүлексәһенә артабан дауалау өсөн күсерелә,” – ти  баш табип.

“Бер тәүлек кенә йәштәге сабыйҙарҙы ла ҡабул итәбеҙ, – ти бүлексә мөдире Ирина Тихонова. – Ҡағиҙә булараҡ, балалар сирҙе ғаиләлә  йоҡтора. Төрлөсә ауырыйҙар. Кемдер эсе ауыртып, ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеге боҙолоуы арҡаһында, ҡайһылары киҫкен респиратор вируслы инфекция менән килеп эләгә. Бөтәһе лә кислород етешмәүҙән интегә, күптәрҙә ҡуҙғыусанлыҡ көсәйә.  Иң ауыры – баланы реанимация койкаһына күсереү, үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырыу.”

Баш табип урынбаҫары Регина Федорова әйтеүенсә, яңы тыуған сабыйҙарҙы дауалау  бик  ҡатмарлы эш, уларға айырыуса ҙур иғтибар талап ителә.  “Ауырыуҙың нисек үҫешәсәген күҙаллауы ауыр.  Неонатологияның бөтә рөхсәт ителгән мөмкинлектәре һәм ысулдары ярҙамында кескәйҙәргә ярҙам итергә тырышабыҙ,” - ти табип.

Фото:”Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас