Сәләмәт булайыҡ
6 Октябрь 2021, 07:00

Тән тирегеҙ матур булһын тиһәгеҙ...

Туҡланыу рационында биш төр аҙыҡ-түлектең булыуы хаҡында хәстәрлек күрегеҙ.

Тән тирегеҙ матур булһын тиһәгеҙ...Тән тирегеҙ матур булһын тиһәгеҙ...
Тән тирегеҙ матур булһын тиһәгеҙ...

Заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, ниндәй генә осор булмаһын, һаулыҡ-бәхеттән дә оло ҡыуаныс юҡ был донъяла. Өҫтәүенә, матурлыҡтың да юҡ сиктәре. Бының өсөн туҡланыуҙың мөһим роль уйнауы хаҡында онотмайыҡ. Шуға рационығыҙҙа биш төр аҙыҡ-түлектең булыуы хаҡында хәстәрлек күрегеҙ.

  1. Йәшелсә-емеш. Уларҙың барыһында ла С витамины күпләп бар. Ә ул иммунитет өсөн бик кәрәк. Бынан тыш, ул – антиоксидант та, йәғни тәндең йәшәреүенә булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, В төркөмөнә ҡараған витаминдарҙы ялһыныуҙан һәм башҡа кире йоғонтонан һаҡлауы хаҡында оноторға ярамай.
  2. Сәтләүектәр. Уларҙа омега 3, тағы Е һәм Н (биотин, В7) витаминдары бар. Әйткәндәй, Е витамины ла антиоксидант икән.
  3. Диңгеҙ аҙыҡ-түлектәре. Улар организмды шулай уҡ омега 3, йод, цинк, аҡһым менән тәьмин итә. Һуңғыһы, белеүебеҙсә, быуындар өсөн генә түгел, тире клеткалары өсөн дә “төҙөлөш материалы”.
  4. Ит. Уны аҙнаһына ике тапҡыр булһа ла ашарға кәрәк, сөнки унда организм өсөн мөһим аҡһым менән тимер бар. Тап улар организмды, шул иҫәптән тирене кислород менән тәьмин итә. Ә был иһә матурлыҡтың, сәләмәтлектең үҙе. Бигерәк тә бауырҙың файҙалы икәнлеге хаҡында онотмайыҡ.
  5. Ярма, дөгө, макарондың ҡаты сорттары В һәм РР төркөмөнә ҡараған витаминдарға бай. Улар аҙыҡ-түлектең яҡшы эшкәртелеүен тәьмин итә, эсәктәрҙең сәләмәт булыуы өсөн яҡшы. Ә уларһыҙ тән матурлығын хатта күҙ алдына килтереүе ауыр.

Әле – һауа торошоноң тотороҡһоҙ, ышанысһыҙ осоро. Берсә ямғыр һибәләй, берсә ҡояш нурҙары һаран ғына битте иркәләй, өҫтәүенә, төрлө инфекциялар һағалай. Тап бына ошондай ваҡытта туҡланыуҙың сәләмәтлеккә, тимәк, матурлыҡҡа ла йоғонто яһауы хаҡында онотмайыҡ һәм үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ, һау булайыҡ.

Фото:  www.youtube.com

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас