Сәләмәт булайыҡ
6 Октябрь 2021, 14:45

Яуаплылыҡ талап ителә

"Пропуск режимы үтәлмәй, килгәндәрҙе указда ҡаралған белешмәләре бармы-юҡмы икәнен тикшермәй үткәрәләр, термометрия юҡ, хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре лә битлек режимын һаҡламай".

Яуаплылыҡ талап ителәЯуаплылыҡ талап ителә
Яуаплылыҡ талап ителә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Көн үҙәгендә – ковидтан вакцина яһау темпын арттырыу, санитар- эпидемиологик хәүефһеҙлек маҡсатында вакцина яһатмағандар өсөн этап менән сикләү сараларын индереү.

Хөкүмәт вице-премьеры - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы көндәрҙә коронавирус менән ауырығандарҙың артыуы хаҡында белдерҙе.

"Башҡортостанда бөгөн коронавирус менән сирләгәндәр һаны 69 830 тәшкил итә. Тәүлек эсендә 536 кешелә ауырыу осрағы раҫланды, 28 пациент вафат булды, – тине ул. - Ыңғай яҡҡа килгәндә, вакцина яһатыу темпының аҙ ғына артыуын билдәләргә кәрәк. Тәүлек эсендә 12 830 кеше прививка эшләтте. Вакцина яһатыуҙы тулыһынса 1 199 640 граждан тамамланы".

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткән аҙнала коронавирус таралыуына юл ҡуймау маҡсатында юғары әҙерлек режимы тураһындағы Указға үҙгәрештәр индереү тураһында хәтергә төшөрҙө.

– Волга буйы һәм Урал федераль округтары төбәктәрендә коронавирус буйынса рекордлы мәғлүмәттәр теркәлә, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә беҙ тәҡдим рәүешендәге һәм ошоға тиклем вакцина яһатмағандарҙың мөмкинлектәрен сикләгән санитар саралар ҡабул иттек.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 4 октябрҙән дәүләт йәки муниципаль музейҙарға, күргәҙмә залдарына, театрҙарға, китапханаларға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына, мәҙәниәт йорттарына, шулай уҡ күп кеше йыйылған физкультура һәм спорт сараларына инеү өсөн вакцина яһатыу тураһында сертификат йә һуңғы алты ай эсендә коронавирус кисергәнде раҫлаған белешмә булыуы шарт.

– Әммә һәр ерҙә лә был сараларҙы күҙәтеүгә яуаплы ҡарамайҙар, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы мәҙәниәт учреждениеларына күсмә тикшереү ойошторҙо. Өфөлә, Мишкә, Бөрө, Благовещен райондарында улар күп тәртип боҙоуҙарҙы асыҡланы: пропуск режимы үтәлмәй, килгәндәрҙә указда ҡаралған белешмәләр барлығын тикшермәй үткәрәләр, термометрия юҡ, хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре лә битлек режимын һаҡламай.

Башҡортостан Башлығы “Роспотребнадзор” һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә берлектә төнгө клубтарға, мәҙәни-спорт учреждениеларына, ҡала-ара йәмәғәт транспортына тикшереү үткәрергә ҡушты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 октябрҙән үрҙә әйтелгән документтарҙы сауҙа үҙәктәренә, шәхси милектәге музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, театрҙарға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына, мәҙәниәт йорттарына ингәндә, йәнә ҡала-ара автобустарҙа, “Орлан” ҡала яны поезында күрһәтергә тура киләсәк.

Радий Хәбиров шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығына хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә дәүләт һәм шәхси клиникаларҙа вакцина яһатмауға күрһәтмәләр тураһында медицина белешмәләре биреү процедураһын тикшереүҙе ойошторорға ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас