

Башҡортостан дауаханаларының баш табиптары республика етәксеһе Радий Хәбировҡа 65 йәштән өлкәндәрҙе үҙ-үҙеңде изоляциялауға ебәреүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
Социаль селтәрҙәрҙәге асыҡ хатты Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы, Зубов һәм Стәрлетамаҡ клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәктәре баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов баҫтырған. Документҡа шулай уҡ Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы Ирина Карамова, Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһы баш табибы Сергей Иванов, Стәрлетамаҡтың 2-се дауаханаһы баш табибы Эльвира Ғилуанова, Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибы Олег Астахов, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибы Радик Нәҙерғолов, Өфөләге 13-сө ҡала дауаханаһы баш табибы Булат Ғарифуллин ҡул ҡуйған.
“Ҡайһы саҡта ҡулға эш бармай, әммә бер-беребеҙҙе дәртләндерәбеҙ, үҙебеҙҙе тоторға тырышабыҙ. Айырыуса 65 йәштән өлкәндәр беҙҙе күпләп вафат була. Хроник сирлеләр китә. Улар йә прививка яһатырға өлгөрмәгән, йә уны эшләтергә теләмәгән, – тип яҙа баш табиптар хатта. – Коронавирус - бик мәкерле сир, әгәр кеше реанимацияға, үпкәне яһалма елләтеү аппаратына эләкһә, ахыры нисек булырын бер кем дә әйтә алмай. Бөтә реанимация ғәмәлдәрен башҡарып, дауалау протоколдары мөмкинлектәрен файҙаланғандан һуң да пациентты ҡотҡара алмаған саҡта табиптарҙың ниндәй ауыр кисерештәргә бирелгәнен башҡалар күҙ алдына ла килтерә алмай”.
Баш табиптар әйтеүенсә, йәмғиәттә “прививкаға ҡаршы кәйеф” юғарыраҡ күтәрелгән һайын коронавирустан һәләк булғандар арта. Шуға күрә улар Башҡортостан Башлығына мәкерле вирустан яҡланмаған кешеләр тураһында хәстәрлек күреү сараһын тәҡдим итә.
“65 йәштән өлкәндәрҙе һәм хроник сирлеләрҙе изоляцияға китергә мәжбүр итергә кәрәк тип һанайбыҙ. Әйҙәгеҙ, пандемияның сираттағы тулҡынын аҙ ҡорбандар менән ҡаршылау өсөн бөтә мөмкин сараларҙы ҡабул итәйек. Беҙ, табиптар, үҙебеҙ генә булдыра алмаясаҡбыҙ”, - тиелә асыҡ хатта.
Республиканың оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, үткән тәүлектә 576 кеше сирҙе йоҡторған, 30 ауырыу вафат булған.
Фото: ”Горобзор”.