Сәләмәт булайыҡ
7 Октябрь 2021, 16:45

Көн һайын арта ғына

Бөгөн дә яҡшы хәбәр юҡ...

Көн һайын арта ғынаКөн һайын арта ғына
Көн һайын арта ғына

Был зәхмәттән ҡасан ҡотолорбоҙ икән? Коронавирус кешеләрҙе сиргә һабыштырыуын, ғүмерҙәрҙе ҡыйыуын дауам итә.

Бөгөн дә яҡшы хәбәр юҡ: һуңғы тәүлектә 578 кешенең сирҙе йоҡторғаны, 30 ауырыуҙың вафат булғаны асыҡланды. Пандемия башланғандан алып бөтәһе 70 406 кеше коронавирусҡа дусар булған. Вирус ҡорбандары һаны 1790-ға етте.

Тәүлек эсендә 532 ауырыу һауыҡҡан. Әле стационарҙарҙа 879 пациент дауалана, 37-һе ауыр хәлдә, 18-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.  Амбулатор шарттарҙа 6 370 кеше дауалана. Һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторғандарҙың күбеһе Өфөлә (173), Туймазы районында (114), Стәрлетамаҡта (36), Бәләбәйҙә (23), Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында (22-шәр) асыҡланған.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Фото: BashNews

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас