Сәләмәт булайыҡ
7 Октябрь 2021, 17:00

Район башлығы кисерештәрен йәшермәй ...

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта коронавирусты ауыр кисергән, әммә иң ҡыйыны алда булған...

Район башлығы кисерештәрен йәшермәй ...Район башлығы кисерештәрен йәшермәй ...
Район башлығы кисерештәрен йәшермәй ...

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һуңғы ваҡытта ғаиләһенең ниндәй кисерештәр менән йәшәгәнен, ҡайғылар кисергәнен асыҡтан-асыҡ яҙған. Етәксе үҙе лә, хәләл ефете лә, хатта улы ла коронавирус инфекцияһын йоҡторған.

Район башлығы сирҙе ауыр кисергән. Әммә иң ҡыйыны алда көткән: ул коронавирусты еңә алмаған өлкән йәштәге өс яҡын кешеһен юғалтҡан.

“Бөтәбеҙ ҙә арыныҡ, йәнебеҙ көйә, күптәр туғандарын һәм яҡындарын юғалтты. Әлеге мәлдә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөрөүҙе, халыҡтың күпләп йыйылыуын сикләүҙән, вакцина яһатыуҙан тыш бер ни ҙә эшләй алмайбыҙ”, - тип яҙҙы Андрей Иванюта. Етәксе халыҡты яңы индерелгән сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итергә, аҡыл менән эш итергә саҡыра.

Фото: ivaniuta_ai

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас