

Ябай ғына күнекмәләрҙе үтәүҙе ғәҙәт итеп алыу ҙа һаулыҡты нығытыр сәбәп булыуы мөмкин. Бәхетле һәм сәләмәт булыу өсөн түбәндәге кәңәштәр, бәлки, тап һеҙгә ярҙамға килер.
Китап уҡыу. Ҡағыҙ китап уҡыу, бигерәк тә классик әҙәбиәтте, күңел төшөнкөлөгөнән ҡотҡарыр сараларҙың береһе ул.
Яйлап сәйнәп ашау. Диетологтар фекеренсә, артыҡ ауырлыҡ күп ашауҙан ғына түгел, ә ҡабаланып, йүнләп сәйнәмәү ашауҙан да, сөнки шәп-шәп сәйнәгәндә артығын ашауҙы көйләп булмаҫҡа мөмкин. Ҡабаланып ашағанда туҡ булыу тураһындағы сигнал һуңлап ҡына килеп етә икән.
Тынлыҡта медитация үткәреү. Был шөғөл йога һәм көнсығыш практикаһын тотҡандар өсөн генә түгел, офис хеҙмәткәрҙәренә лә файҙалы. Гарвард университеты үткәргән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, көн дә 30 минут медитация үткәреү стрестан һаҡлай, хис-тойғоға, психологик, физик һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай.
Тимер кәрәклеге тураһында онотмау. Организмдың нормаль эшмәкәрлеген боҙмау өсөн ул бик кәрәкле элемент. Йыш арыу, аппетит юғалыу, иғтибарҙы туплай алмау - был көйһөҙлөктәр тимер етешмәү билдәһенең бер өлөшө генә әле. Бынан тыш, тимер матдәләр алмашыныуын нормала тотоуҙа һәм үпкәнән күҙәнәктәргә кислород еткереүгә булышлыҡ итеүсе лә. Шуның өсөн организмға уның етмәүе артыҡ ауырлыҡҡа сәбәпсе лә булырға мөмкин.
Телефондан ял итеү. Был иң төп ҡағиҙәләрҙең береһе. Смартфонды туҡтатмай ҡулланған кешенең күҙ ҡан баҫымы күтәрелеүгә, уның тирәләй мускулдарҙың ҡыҫылыуына һәм елкәлә, яурын башында ауыртыныу барлыҡҡа килеүгә сәбәп була, шулай уҡ, башты гел эйеп ултырғанлыҡтан, йыш баш ауыртыу хәүефе менән янай.
Көн дә саф һауала 20 минуттан да аҙ йөрөмәҫкә! Әгәр ҙә аҙнаһына ике сәғәттән ашыу спорт залында күнекмәләр эшләү мөмкинлеге булмаһа, көн дә йәйәүләп 20 минут тирәһе йөрөп әйләнеүҙе ғәҙәт итеп алыу сәләмәтлек өсөн файҙаға ғына.
Өйҙә оҙаҡ ваҡыт ултырмау. Һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, тышта - саф һауала йөрөү - организмда Д витамины тупланыуға килтерә. Сәйәхәт тәбиғәт ҡосағына ойошторолһа, тағы ла яҡшыраҡ - был кире тойғоларҙан арынып, күңел күтәренкелеге алыу мөмкинлеге.
Фото:arhlib.ru