

Илдә вакцина яһатыу кампанияһы дауам итә. Сит илдән беҙҙең вуздарға уҡырға килгән студенттар ҙа прививка яһатырға теләй. Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков башланғысы менән сит ил студенттары араһында прививка эшләтеү кампанияһы ойошторолдо. Колумбия, Кот-д Ивуара, Ангола, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан вәкилдәре был мөмкинлектән файҙаланырға теләй.
Сит ил дәүләттәре граждандары араһында яңы коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау буйынса ойоштороу мәсьәләләре уҡыусыларҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын нығытыу буйынса ректор ярҙамсыһы Алһыу Ғәрәфетдинова һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса ректор ярҙамсыһы Валерий Мишутов ҡатнашлығында барҙы. Вакцина яһатыу мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт ярҙамын Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек идаралығы күрһәтте.
Халыҡ-ара белем бүлеге белгесе Линар Исламов әйтеүенсә, сит ил студенттары коронавирус менән хәлдең етдилеген яҡшы аңлай, шуға күрә прививка эшләтеүҙе дәррәү күтәреп алған. “Хатта улар дауахана ишектәре алдында “Вакцина яһатыу яҡлы!” флешмобын ойошторҙо,”– ти Линар Исламов.
Фото: Өфө дәүләт авиация техник университеты.