Сәләмәт булайыҡ
7 Октябрь 2021, 11:15

Яңы сикләү сараларына әҙерлек бара

”Һатып алыусыларҙы бөтә эпидемиологик талаптарҙы үтәргә саҡырабыҙ,” – ти үҙәк директоры.

Яңы сикләү сараларына әҙерлек бараЯңы сикләү сараларына әҙерлек бара
Яңы сикләү сараларына әҙерлек бара

Өфө ҡалаһының сауҙа үҙәктәре коронавирус менән бәйле индерелгән ҡағиҙәләргә иғтибарлы булырға саҡырҙы.  Улар 12 октябрҙән сауҙа үҙәктәренә ингәндә үҙҙәре менән вакцина яһатыу тураһында сертификат йәки һуңғы алты ай эсендә сирҙе кисереүе тураһында белешмә алып килергә тейеш.

“Ҡунаҡһарай” сауҙа комплексы идарасыһы Руслан Ғәлин әйтеүенсә, әлеге мәлдә коронавирусҡа ҡаршы ҡабул ителгән саралар  сир йоҡтормауҙа  берҙән-бер мөмкинлек.

“12 октябрҙән индереләсәк үҙгәрештәрҙең  мәжбүри сара икәнен аңлайбыҙ, улар маҡсатҡа өлгәшергә ярҙам итер тип уйлайбыҙ. Хәҙер беҙҙә  бинаның һәр яғынан  дүрт инеү урыны бар, һәр береһендә һаҡсы посы, ул температураны үлсәй, битлек режимын контролләй,” – тине ул.

“Аркада” сауҙа үҙәге идарасыһы Альбина Ҡунафина бөгөндән яңы сикләүҙәргә әҙерләнә башлауҙарын һөйләне.

“Һәр инеү урынында битлек, температура  режимын күҙәтеүсе һаҡсы тора, указға индерелгән яңы үҙгәрештәр менән танышбыҙ. Бөгөн иҫкәртеү саралары яҙылған иғландарҙы эшләргә заказ бирҙек.  Һатып алыусылар яғынан бер ниндәй ҙә проблема булмаҫ тип уйлайбыҙ,” - тине етәксе.

“МЕГА” сауҙа үҙәге биләмәһенең инеү урындарында автоматик термометрия тора. Үҙәк етәксеһе Екатерина Малешина әйтеүенсә, йәмәғәт урындарын йоғошһоҙландырыу буйынса эш арттырылған.

”Һатып алыусыларҙы бөтә эпидемиологик талаптарҙы үтәргә саҡырабыҙ,” – ти үҙәк директоры.

 Фото:”Башинформ”

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас