Сәләмәт булайыҡ
7 Октябрь 2021, 10:00

“Әзмәүерҙәй ирҙәр ҙә ауырый икән...”

”Ниндәй палата тураһында һөйләйһегеҙ, бында һәр квадрат метрҙа ауырыуҙар ята! Туғанығыҙ дауаханаға, табиптар күҙәтеүенә эләккән икән, шатланығыҙ!” – тип әйткем килде. 

“Әзмәүерҙәй ирҙәр ҙә ауырый икән...”“Әзмәүерҙәй ирҙәр ҙә ауырый икән...”
“Әзмәүерҙәй ирҙәр ҙә ауырый икән...”

 Республикабыҙҙың һәр районында һәм ҡалаһында мәкерле сир менән көрәш бара.  Юғалтыуҙар күп, тиҙерәк ғәҙәттәге тормошҡа әйләнеп ҡайтҡы килә...

Мәғлүмәт саралары республикала коронавирус инфекцияһы таралыуы менән бәйле хәл-ваҡиғаларҙы, яңылыҡтарҙы яҡтыртыуын дауам итә. “Туймазинский вестник” гәзитендә баҫылған фәһемле ваҡиға күптәр өсөн һабаҡ булырлыҡ.  Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты, табип булырға әҙерләнеүенә ҡарамаҫтан, тәүҙә коронавирустың мәкерлегенә  ышанып етмәй. Атаһының ҡаты ауырып, аяҡтан йығылғанын күргәс кенә үҙенең нисек яңғылышҡанын аңлай.

- Беләһегеҙме, ул ниндәй мөһаббәт кәүҙәле, имән бағанаһындай ныҡ, шап-шаҡтай сәләмәт кеше ине! Шулай булыуға ҡарамаҫтан, сирҙе йоҡторҙо, – тип ауыр һулай Богдан. –  Әзмәүерҙәй ирҙәр ҙә ауырый икән! Бик ҡаты сирләне, ике аҙна Туймазы дауаханаһында ятты, аҙаҡ үпкәһенең 55 проценты зарарланған көйө Өфөләге ковид-госпиталгә күсерҙеләр. Беҙ уны бер ай күрмәнек, дауахананан сыҡҡас та йүнәлеп китә алмайынса ыҙаланды, быуындары ауыртыуына зарланды.  Вакцина яһатыу башланғас, ул уйлап та тормай “Спутник V” препаратын ҡаҙатты.  Йыһаздар етештереү буйынса уның шәхси предприятиеһы бар. Шуға күрә ул үҙе өсөн генә түгел, ғаиләһе, бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәре, бизнес өсөн яуаплылыҡ тоя.

Богдан Жирнов  Дим биҫтәһендәге “ҡыҙыл зона”ла  туплаған тәжрибәһе менән дә бүлеште.

– Тәүге эш көнөн яҡшы хәтерләйем.  Ике сәғәткә иртәрәк килдем, сөнки һаҡлағыс костюмды кейергә өйрәнергә, ундағы тәртип ҡағиҙәләрен белергә кәрәк ине. “Ҡыҙыл зона”ны күҙ алдына килтерһәм дә, ысынбарлыҡ башҡаса булып сыҡты. Ауырыуҙар ыңғыраша, табиптар бер палатанан икенсеһенә йүгерешә, капельницалар тотҡан шәфҡәт туташтары ашыға... Поста телефон шылтырағас, үҙемә алырға тура килде, сөнки береһе лә юҡ. Телефон аша ярһыған ҡатындың тауышын ишетәм, туған тейешле кешеһен коридорға һалғандар икән,  палатаға күсереүҙе талап итә.  Асыу килә, ”Ниндәй палата тураһында һөйләйһегеҙ, бында һәр квадрат метрҙа ауырыуҙар ята! Туғанығыҙ дауаханаға, табиптар күҙәтеүенә эләккән икән, шатланығыҙ!” – тип әйткем килде.  Тик ул саҡта нимә әйтергә лә белмәй ҡаушаным, трубканы йүгереп килгән шәфҡәт туташына һона һалдым. Телефон аша аҡланырға тырышҡан ҡыҙ миңә бик йәл тойолдо...

Фото:ufatime.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас