Сәләмәт булайыҡ
8 Октябрь 2021, 11:00

50 кеше ауыр хәлдә...

Тәүлектә 239 сирлегә пневмония диагнозы ҡуйылған.

50 кеше ауыр хәлдә...50 кеше ауыр хәлдә...
50 кеше ауыр хәлдә...

Республикала  коронавирус инфекцияһы буйынса яңы антирекорд теркәлде. Һуңғы тәүлектә 615 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәнә 32 ауырыу вафат булды.  Бына бер нисә аҙна инде сирҙең артыуын күҙәтәбеҙ.

Сирҙе йоҡторғандар һаны республикала бөтәһе 71023 кеше тәшкил итте. Стационарҙарҙа 986 ауырыу дауалана, шул иҫәптән 60 йәштән өлкәндәр һаны – 591.  50 пациент ауыр хәлдә, 17 ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа 6244 кеше дауалана.  Тәүлек эсендә 604 ауырыу һауыҡҡан.

Тәүлектә 239 ауырыуға пневмония диагнозы ҡуйылған һәм 234 кеше һауыҡтырылған. Вирус ҡорбандары һаны республикала 1822 тәшкил итә.  Вакцина яһатыу дауам итә, ғәмәлде 1325308 кеше тулыһынса тамамлаған. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Ксения Калинина фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас