

Ҡандың ҡуйырыуы арҡаһында эске ағзаларҙың кислородҡа мохтажлығы арта, тромбтар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ҡан тамырҙар буйлап иркен йөрөһөн өсөн тәжрибәле табиптар ябай ғына кәңәштәр тәҡдим итә.
Күберәк һыу эсегеҙ, хәҙер кешеләр һыу урынына төрлө газлы эсемлек, һут эсергә әүәҫ. Өлкән кеше тәүлегенә 2-2,5 литр һыу эсергә тейеш. Балаларығыҙҙы ла өйрәтегеҙ. Тәбиғи һыу– тромб барлыҡҡа килеүен иҫкәрткән иң яҡшы сара.
Ҡанды шыйығайтыу өсөн түбәндәге аҙыҡтарҙы файҙаланырға мөмкин: зәйтүн һәм етен майҙары, алма һеркәһе, һарымһаҡ һәм һуған, лимон, көнбағыш орлоҡтары, сөгөлдөр, какао, балыҡ һәм балыҡ майы, томат, һоло бутҡаһы, ҡурай еләге, сейә, ер еләге, имбир. Ошо аҙыҡ-түлектең бер нисәһе көндәлек рационда булырға тейеш, тип кәңәш итә белгестәр.
Ҡандың ҡуйырыуына сәбәпсе аҙыҡтарҙы ла һанап үтәйек: итле һурпа, колбаса, ыҫланған ризыҡтар, аҡ икмәк, гөлйемеш, ҡара миләш, банан, манго һәм күп кенә дарыу үләндәре ( шуға күрә табиптар файҙалы тип һаналған үләндәрҙе даими эсергә ҡушмай, бары курс менән тәҡдим итә). Шулай уҡ ҡан ҡуйырмаһын өсөн тоҙҙо самалап ҡулланыу, алкоголле эсемлектәр менән мауыҡмау, тәмәкенән ваз кисеү яҡшы буласаҡ.
Хәрәкәттә – бәрәкәт! Йәйәү йөрөгөҙ, физкультура менән шөғөлләнегеҙ. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә беҙҙе күп бәләнән йолоп ҡалыуы ихтимал.
Ҡандың ҡуйылығы уның балауыҙ һымаҡ йәбешкәк булыуы хаҡында һөйләй. Йәбешеүсәнлек күтәрелеүенә күп шарттар йоғонто яһай: тамырҙарҙың зарарланыуы, бауыр функцияһының боҙолоуы, ҡан составы үҙгәреүе һәм башҡа күп төрлө үҙгәрештәр.
Хәҙер ҡандың ҡуйылығын кәметеү өсөн препараттар ҙа етерлек, бары медицина анализдары нигеҙендә табиптар менән кәңәшләшергә кәрәк.
- Динә АРЫҪЛАНОВА