Сәләмәт булайыҡ
8 Октябрь 2021, 17:00

“Беҙ ололарҙы һаҡларға теләйбеҙ”

Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы, Зубов һәм Стәрлетамаҡ клиник-диагностика үҙәктәренең баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов нимә хаҡында үтенеп һорай?

“Беҙ ололарҙы һаҡларға теләйбеҙ”“Беҙ ололарҙы һаҡларға теләйбеҙ”
“Беҙ ололарҙы һаҡларға теләйбеҙ”

Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы, Зубов һәм Стәрлетамаҡ клиник-диагностика үҙәктәренең баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов республика етәксеһе Радий Хәбировҡа 65 йәштән өлкәндәрҙе изоляциялау үтенесе менән яҙылған асыҡ хатҡа аңлатма бирҙе.

“Бөгөн ковид-госпиталдәрҙә 65 йәштән өлкәндәр бик күп. Нигеҙҙә вакцина яһатмағандар ята. Прививка эшләткәндәр реанимацияға барып етмәй. Стационарҙарға вакцина яһатып килеп эләккәндәр ике процент тирәһе генә. Ғөмүмән, улар араһында вафат булғандар юҡ, – тине Азат Мөхәмәтйәнов. – Беҙ өлкәндәрҙе һаҡларға теләйбеҙ һәм уларға вакцина яһатырға, йәиһә изоляцияланырға тәҡдим итәбеҙ, сөнки улар бөгөн хәүефкә дусар, өҫтәмә хроник сирҙәре бар. Вирус тап ошо йәштәгеләргә аяуһыҙ, шуға күрә үтенеп һорайбыҙ: мөмкин тиклем өйҙә булырға, ә иң яҡшыһы – вакцина яһатырға һәм ирекле рәүештә бөтә ерҙә йөрөргә тәҡдим итәбеҙ”.

Фото А. Мөхәмәтйәновтың шәхси альбомынан.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас