

Мәскәүҙә үткән Рәсәй перинаталь медицина белгестәре ассоциацияһының XVI конгресында Бөтә Рәсәй “Первые лица” премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы булды. Шуныһы шатлыҡлы – Башҡортостан ковид менән көрәштәге айырым уңыштары өсөн Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан һайлап алынған ун төбәктең береһе булды.
–2020-2021 йылдарҙа пандемия менән бәйле һаулыҡ һаҡлау системаһына ҙур көсөргәнеш төштө. Әсәләр һәм балалар һаулығын хәстәрләгән медицина ойошмаларының айырыуса ойошҡанлыҡ менән эшләгәнен иҫәпкә алып, профессиональ белемдәрен, оҫталығын һәм COVID-19 менән көрәштә фиҙакәрлеген күрһәткән, пандемияға ҡаршы көрәшеү өсөн учреждениеларын үҙгәртеп ҡорорға мәжбүр булған белгестәрҙең эшен билдәләргә булдыҡ, - тине Ассоциация президенты Николай Володин.
“COVID-19 пандемияһы осоронда профессияға тоғролоҡ һәм фиҙакәр хеҙмәт өсөн” дипломы менән Дим районының ҡала клиник дауаханаһы коллективы наградланды. Белгестәр көн һайын ауырлы ҡатындарға һәм ковид статусына эйә балаларға ярҙам күрһәтә. Уларҙың тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләйбеҙ!
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.