

Тәбиғәттә лә көслө антибиотиктар бар, шуларҙың иң көслөһө – керән. Уның тамырында гәрсис майы һәм энзимдар тупланған. Тамырҙы ыуғанда был ике матдә кислород тәьҫирендә ҡеүәтле тәбиғи антибиотик тыуҙыра.
Ул ауыҙ ҡыуышлығындағы, танау һәм тамаҡтағы бактерияларҙан ҡотолорға ярҙам итә. Трахеит, бронхит, оҙайлы йүтәл яфалағанда бер ҡалаҡ ҡырылған тамырҙы өс ҡалаҡ бал менән бутап, бер аҙға төнәтергә ҡуйығыҙ. Был дарыуҙы көнөнә биш тапҡыр берәр балғалаҡлап ашағыҙ.
Цистит, уретрит йонсотҡанда бер ҡалаҡ ваҡланған керәнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, өҫтөн ябып, биш минутҡа ултыртып тороғоҙ. Ошо шифалы сәйҙе көн һайын өс-дүрт тапҡыр эсегеҙ.
Тәбиғәттә вирустарға ҡаршы тороусан башҡа үҫемлектәр һәм еләктәр бар. Һарымһаҡ, базилик, мүк еләге, ҡара көртмәле, күк еләк –алмаштырғыһыҙ тәбиғи дарыуҙар. Һалҡын тейеүгә, бактериялар, вирустар һәм паразиттарға ҡаршы уларҙы дөрөҫ файҙаланғанда, организмды төрлө сирҙән арындырырға мөмкин.
- Динә АРЫҪЛАНОВА