

Коронавирус инфекцияһының һаман булһа сигенергә уйламауы, халыҡтың һаҡланыу сараларына ҡарата һүлпәнлек күрһәтеүе, битлек кейеүҙе инҡар итеүе республикала йәнә сирҙең артып китеүенә булышлыҡ итте. Билдәле булыуынса, Республика Башлығы Радий Хәбировтың коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле юғары әҙерлек тураһындағы указына үҙгәрештәр индерелде.
Был документҡа ярашлы, әле дәүләт йәки муниципаль музейҙарға, күргәҙмә залдарына, театрҙарға, китапханаларға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына, мәҙәниәт йорттарына, шулай уҡ күп кеше йыйылған физкультура һәм спорт сараларына инеү өсөн вакцина яһатыу тураһында сертификат йә һуңғы алты ай эсендә коронавирус кисергәнде раҫлаған белешмә булыуы шарт. Шулай уҡ элек ҡабул ителгән талап төнгө клубтарға ла ҡағыла. Тиҙҙән был сикләү саралары матурлыҡ, косметика, СПА-салондарға, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, ресторан-кафеларға (урындар 50-нән ашыу булғанда) ҡағыласаҡ.
Республика Башлығының ҡарарына ярашлы, Баймаҡ районында битлек режимының үтәлешен тикшереү маҡсатында әленән-әле рейдтар үтеп тора. Комиссия составында "Роспотребнадзор” идаралығы, полиция, район хакимиәтенән вәкилдәр ҡатнашлығындағы рейд был юлы Баймаҡ ҡалаһында матурлыҡ, косметика, СПА-салондарҙа һәм бөҙрәханаларҙа ойошторолған.
Муниципалитеттар үҙ биләмәләрендә санитар-эпидемиологик хәлдең нисек булыуы һәм “Роспотребнадзор” идаралығы тәҡдимдәре нигеҙендә коронавирусҡа ҡаршы өҫтәмә саралар индерә ала. Әйткәндәй, Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевтең ҡаланың сауҙа нөктәләрендәге рейды тураһында беҙ хәбәр иткәйнек инде.
Фото: Дмитрий Фадеев.