

Кеше тәнендә тәьҫир иткәндә организмға зарар килтергән йәки дауалаған төрлө һиҙгер нөктәләр бар. Мануаль терапевтар быны яҡшы аңлап эш итә.
Ҡул эштәренең дә һеҙҙе дауалаған, ҡайһы бер ыҙалатҡан сирҙәрҙән арындырған “табип” булыуы мөмкин. Һәр хәлдә, маһир оҫталар был тылсымлы үҙенсәлекте кире ҡаҡмай.
Ҡул эштәренең ниндәй генә төрө менән шөғөлләнһәң дә, айырым нөктәләргә тәьҫир итергә, нервы күҙәнәктәрен ҡуҙғытырға тура килә. Төрлө сағыу ептәр менән сигеү йәнгә тыныслыҡ бирә, баш ауыртыуын баҫа, нервы көсөргәнешлегенән ҡотолдора.
Тегеү менән шөғөлләнгәндә көсөргәнеш күҙҙәргә, ҡулдарға, баш мейеһенә төшә. Йөрәк ритмы боҙолған, ҡан баҫымы юғары булған кешеләр өсөн файҙалы шөғөл, тиҙәр. Йоҡоһоҙлоҡтан, баш ауыртыуынан яфаланғандар еңеллек тоясаҡ, ҡолаҡ шаулауы баҫыласаҡ, организмда матдәләр алмашыныуы яҡшырасаҡ. Макраме, йомшаҡ уйынсыҡтар тегеү, пэчворк (туҡыма киҫәктәренән үҙенсәлекле ижади әйберҙәр тыуҙырыу, өләсәйҙәрегеҙҙең ямаулыҡтарҙан теккән, һырыған юрғандарын хәтерләйһегеҙҙер әле), энәләр менән бәйләү – барыһы ла донъяның ығы-зығыһынан ҡотолоп, ижади эшкә сумырға, фантазияғыҙҙы эшкә егергә, яңы хис-тойғо кисерергә ярҙам итәсәк.
- Динә АРЫҪЛАНОВА