Сәләмәт булайыҡ
8 Октябрь 2021, 09:18

Әйҙәгеҙ, урманға!

w-dog.ruw-dog.ru
Фото:w-dog.ru

Ҡайһы саҡта сир-сорҙан ҡотолоу, йән тыныслығына эйә булыу өсөн дарыу төймәләре йотоуҙың кәрәге юҡ. Бушлай дарыуҙарҙың урманда, йортоғоҙҙан алыҫ булмаған туғайҙа  үҫеүен беләһегеҙме?

Ағастар ярҙамында төрлө ауы­рыуҙарҙан ҡотолоу әмәлен тапҡан кешеләр бар, әлбиттә. Һәр үҫенте биологик әүҙемлек осоронда ауы­рыуға ҙур файҙа кил­тереүе мөмкин. Ағастарҙың берәү­ҙәре үҙенә тарта, икенсе­ләре, киреһен­сә, ситкә этәрә, хәүефлән­дерә, кире тойғолар уята. Тәбиғәт­кә бик иғтибарлы булһағыҙ, улар­ҙың энергетик тәьҫирен тойор­һоғоҙ.

Ҡайын, имән, ҡарағай, каштан, йүкә, тал, саған һәм дардар ағас­тары беҙҙе сәләмәт тормош энер­гияһы менән туйындыра. Ә бына уҫаҡ, тирәк, шыршы, муйыл, ерек  ағастары сирҙе сығарыу, ауыр­тыу­ҙы баҫыу көсөнә эйә булһалар ҙа, беҙҙең энергияны һурыу һәлә­тенә лә эйә.

Ҡайындың әүҙемлеге сәғәт 5-тән алып 9-ға тиклем. Уның энер­гияһы йомшаҡ, тынысландырыу һәләте бар. Был ағасты ҡосаҡлап илаһаң, стрестан ҡотолорһоң һәм тынысланырһың.

Имәндең әүҙемлеге 21 сәғәт­тән 3-кә тиклем. Энергияһы көслө, ҡеүәтле. Насар кәйеф менән, ҡуҙғыған хәлдә яҡын килмәгеҙ, тәүҙә кире энергия­ғыҙҙы уҫаҡ йәки ерек эргәһендә ҡалдырығыҙ.

Ҡарағайҙың әүҙемлеге даими, энергияһы ҡеүәтле: депрессиянан ҡотолдора, кире тойғоларҙы үҙенә ала.

Сағандың әүҙемлеге сәғәт 7-нән 10-ға тиклем, энергияһы йом­шаҡ, көсөргәнештән арындыра, кешенең энергетикаһын гармо­ния­ға килтерә, күҙ тейеүҙе бөтөрә.

Дардарҙың энергияһы таҙа, кешенең психикаһына яҡшы тәьҫир итә. Әүҙемлеге 11-ҙән 13 сәғәткә тиклем.

Йүкәнең әүҙемлеге оҙайлы, 14 сәғәттән 20 сәғәткә тик­лем. Энер­гияһы йомшаҡ, күңелгә йылылыҡ һәм тыныслыҡ бирә.

Тал янына килгән кеше арыу-талсығыуҙан, уҫаллыҡ тойғоһо­нан арына. Уның әүҙемлеге 18-ҙән 20 сәғәткә тиклем. Энергияһы баш ауыртыуын баҫа, тынысландыра. Япон ғалимдары раҫла­уын­са, сәләмәт булыу өсөн кешегә йыл һайын урманда 250 сәғәт ваҡытын үткәрергә кәрәк. 

Ағастарҙың һәр береһе – донор, кеше һаулығы өсөн фай­ҙалы, тәбиғәттә артыҡ йәки осраҡлы нәмә юҡ, бары уларҙың тәғәйен­ләнеше бар, ти үҫемлек донъяһын өйрәнеү­селәр. Йән­лектәр тәбиғәт донъяһын, серҙә­рен беҙгә ҡараған­да нығыраҡ тойомлай, белә, аңлай, күрәһең. Һүрәттәге айыуға иғтибар итегеҙ...

- Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас