Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
9 Октябрь , 15:00

Бында "теге донъянан" тартып алалар...

Госпиталдә ятҡан Мовсес Еприкян – рекордсы, уның үпкәләре 90 процентҡа зарарланған. Ир үҙаллы тын да ала, һөйләшә лә алмай. Шуға күрә дауалаусы табибы Вадим Ғәлиәхмәтов менән ымлап ҡына аралаша. Аҙна ярым эсендә улар бер-береһен һүҙһеҙ аңларға күнеккән

Бында "теге донъянан" тартып алалар...

Республикала нисәнсе көн рәттән коронавирус буйынса антирекордтар яңыртыла. Яңынан сирләп киткәндәр ҙә, инфекциянан үлгәндәр ҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле һаман арта ғына. Ошо шарттарҙа республиканың ковид-госпиталдәре көсөргәнешле тәртиптә эшләүен дауам итә. Дауаханаларҙа урындар етмәй, кешеләр коридорҙарҙа ята, реанимация бүлексәләре лә тулған. Ошо көндәрҙә “Башҡортостан” ДТРК-һы хәбәрселәре сираттағы тапҡыр “ҡыҙыл зона”ға инде һәм бындағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күрҙе.

Ковид-госпиталдәрҙә ысынлап та буш палаталар юҡ. Кислород алыу мөмкинлеге булһын өсөн уны коридорҙарҙа ла ҡуя башлағандар. Коронавирус мутация кисерә, шуға күрә ауыр хәлдә килгән пациенттар һаны арта. Уларҙың 95 проценты – прививка яһатмаған.

Был госпиталдә ятҡан Мовсес Еприкян – рекордсы, уның үпкәләре 90 процентҡа зарарланған. Ир үҙаллы тын да ала, һөйләшә лә алмай. Шуға күрә дауалаусы табибы Вадим Ғәлиәхмәтов менән ымлап ҡына аралаша. Аҙна ярым эсендә улар бер-береһен һүҙһеҙ аңларға күнеккән. Пациент үпкәләрен яһалма елләтеү аппаратынан һүндереп, ваҡыт ваҡыты менән трахеостома аша үҙаллы тын алыуҙы һорай, әммә ҡанындағы газ составына ярашлы табиптар әлегә быны эшләй алмай.

Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 71 меңгә етте. Көн һайын 600-ҙан күберәк кеше өҫтәлә бара. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында 250 урын бар һәм улар етмәй. Бөтәһе төбәктә стационар дауалау өсөн 6550 урын әҙерләнгән, уларҙың алты проценты ғына буш килеш ҡала.

Бында ла реанимация бүлексәһе тулған, 17 кеше ята. Уларҙың үпкәләре зарарланыуы кимәле 23 проценттан 95 процентҡа тиклем.

Республика клиник дауаханаһындағы ковид-госпиталь етәксеһе Гөлшат Фәтхуллина һөйләүенсә, коронавирустың дүртенсе тулҡына башҡаларынан айырыла. Пациенттарҙың 80 проценты тын ала алмай килә һәм уларға шунда уҡ кислород кәрәк. Ә вирус йәшәрә...

– Пациенттарҙы дауалау бынан бер йыл элекке менән сағыштырғанда ауырыраҡ. Беренсе, икенсе тулҡын ваҡытында юғары һөҙөмтәле булған препараттар был юлы әллә ни һөҙөмтә бирмәй, – ти ул.

Әйткәндәй, хәҙер яңы тыуған балалар ҙа сирләй. Беренсе осраҡтар июлдә күренә башлағайны. Хәҙер коронавирус менән сирләгән сабыйҙар арта. Телевидение хәбәрселәре бер аҙналыҡ ҡына бәпестәрҙе лә күрһәтте. Улар тыуған көнөнән алып реанимацияла ята һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Бәпестең үпкәһе 40 процентҡа зарарланған, коронавирусты уға ата-әсәһе йоҡторған.

– Үпкәләре 20, 30, 36 процентҡа зарарланған бәпестәр ҙә бар. Хатта 68 процент зарарланған бала ла булды, уға ла, беҙгә лә бик ауыр ине. Бер нисә баланы үҙ көстәребеҙ менән ҡотҡарҙыҡ, реаниматолог кәрәкмәне, ә ике бала әле ИВЛ-ға тоташтырылған, – ти 17-се балалар дауаханаһының яңы тыуған сабыйҙарҙың инфекция бүлексәһе мөдире Ирина Тихонова.

Әлбиттә, был кадрҙарҙы күреү еңел түгел. Кешеләр ауыр хәлдә ята, күптәр үҙаллы тын да ала алмай. Медицина ҡорамалдары ла, табиптар ҙа үҙҙәрен аямай көнө-төнө ҡыҙыл зоналарҙа хеҙмәт итә. Күптәрҙе “теге донъянан” һөйрәп сығаралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сирҙе еңә алмағандар ҙа бар. Ауыр хәлдәгеләрҙең бөтәһе лә тиерлек прививка яһатмаған.

Ә инде шәбәйгән пациенттар табиптарға бик рәхмәтле. Ниһайәт, улар үҙаллы тын ала һәм һауыҡҡан.

– Үпкәһе 90 процентҡа зарарланған пациентка бар ине. Оҙаҡ ҡына реанимацияла ятты, шәбәйҙе. Аҙаҡ иһә уның менән аралаша башланыҡ. Ул үҙе минең телефонды тапҡан, яҡын кешеһе менән кеүек аралаша, яңылыҡтары менән уртаҡлаша. Миңә был бик оҡшай, ул коронавирустан һуң миндә яҡын кешеһен күргәндәй итә, – ти республика клиник дауаханаһының пульмонология бүлексәһе мөдире Гөлназ Грицаенко.

Коронавирус көндән-көн агрессивыраҡ була бара. Табиптар бишенсе тулҡын килә ти. Шул уҡ ваҡытта республикала вакцинация күләме шәптән түгел. Прививканың ике компонентын да тик миллион ике йөҙ мең кеше һалдырған. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн был һандарҙы бер ярым тапҡырға арттырыу кәрәк.

Шулай булғас, уйланырға кәрәктер...

Фото: ainews.kz

Автор:Альфия Мингалиева