Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
9 Октябрь , 21:00

Киске Өфө нисек ял итә?

Танауҙан түбән төшөрөлгән битлектәр, һауаны бактерия һәм вирустарҙан һаҡлаған приборҙар булмауы, яртылаш буш санитайзерҙар, ингән урында сираттар, хәүефһеҙ арауыҡты үтәмәү...

Киске Өфө нисек ял итә?

Танауҙан түбән төшөрөлгән битлектәр, һауаны бактерия һәм вирустарҙан һаҡлаған приборҙар булмауы, яртылаш буш санитайзерҙар, ингән урында сираттар, хәүефһеҙ арауыҡты үтәмәү... Ошо һәм башҡа етешһеҙлектәрҙе 8-нән 9 октябргә ҡарай төндә Роспотребнадзор, Хеҙмәттәр һәм сауҙа министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң төнгө клубтарында асыҡлаған. Улар бер нисә сәғәт эсендә өс клубты тикшергән һәм протоколдар төҙөгән. Хәҙер уларҙың етәкселәренә ҙур штрафтар һәм хатта ябылыу янай. Был рейд тураһында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Менделеев урамында урынлашҡан “Ретро клуб”та һаҡсылар үҙҙәре лә битлектә һәм qr-коды булмаған кешеләрҙе индермәйбеҙ тип ҡаршы алғандар. Телефон ярҙамында уны тикшергәс кенә эскә индергәндәр. Шунда уҡ сертификаттар менән инеүҙе рөхсәт иткән яңы ҡағиҙәләрҙе лә элеп ҡуйғандар.

Коридорҙа 1,5 метрлыҡ арауыҡ тураһында иҫкәрткән билдәләр һыҙылған. Гардеробта һәм залда хеҙмәткәрҙәр, официанттар танауҙан түбән төшкән битлек менән эшләгән. Ял иткән кешеләр битлекһеҙ – уларға ярай. Өҫтәлдәрҙә санитайзерҙар булмаған, ә тикшереү килгәнен күргәс, ҡапыл ғына бар янында берәү килеп сыҡҡан...

– “Ретро клубта” етди етешһеҙлектәр асыҡланды: иҫкәртеү дезинфекцияһы үткәреү тәртибе һәм шарттары үтәлмәй, хеҙмәткәр дезрастворҙы яҡынса ҡуша – был дөрөҫ түгел, залда һауаны зарарһыҙландырған ҡорамалдар юҡ, хеҙмәткәрҙәрҙең профилактик дезинфекция үткәреү буйынса белемдәре юҡ, – ти Роспотребнадзор вәкиле Фәймә Иҫәнова. – Беҙ ҡарап сығыу протоколы төҙөнөк, унда асыҡланған етешһеҙлектәрҙе яҙҙыҡ. Материалдар судҡа ебәреләсәк.

Бының кеүек етешһеҙлектәр өсөн вәкәләтле кешегә 50 мең һум, шәхси кешегә 15 мең һум, ойошмаға 200 мең һумдан башлап штраф һәм ябылыуға тиклем янауы бар.

Һуңғараҡ клуб янында сират йыйылған, бында дистанция тураһында һүҙ ҙә булмаған.

– Беҙ прививка яһаттыҡ, тимәк сирләмәйәсәкбеҙ. Ингән саҡта qr-код күрһәттек. Беҙҙең менән сертификаты булмаған ике ҡыҙ бар ине, уларҙы индермәнеләр. Бындай саралар үҙен аҡлай, шулай булырға тейеш, – тип фекере менән уртаҡлашҡан клубҡа килгән ҡатын.

Киров урамындағы урынлашҡан  MusicHall27 клубы алдында ла оҙон сират теҙелгән. Бында qr-кодтарҙы бик ентекле тикшерәләр булып сыҡты.

– Мин сирләп шәбәйҙем, тик белешмәне алырға онотҡанмын. Антитела тураһында белешмәм бар, бәлки ул ярар, – тип инергә тырыша бер ҡыҙ.

Тик хеҙмәткәрҙәр уны индермәй. Ошолай һаҡсыларҙы “алдарға” тырышҡандар арҡаһында сират һуҙыла ла. Ә документы булғандар тиҙ генә эскә инеп китә алған.

Бында барыһы ла һәйбәт: стеналарҙа ковид тураһында мәғлүмәт эленгән, санитайзерҙар урынында, һәр өҫтәлдә дезинфекция саралары ултыра, хеҙмәткәрҙәр битлектәрен дөрөҫ кейгән. Бинала таҙа, вентиляция эшләп тора.

– Бында ла беҙҙең хеҙмәткәрҙәр етешһеҙлектәр тапты. Касса зонаһында социаль дистанция тураһында тамға юҡ, хеҙмәткәрҙәрҙең тән температураһын үлсәү тейешле итеп башҡарылмай, шулай уҡ йыйыштырыу һәм дезинфекция менән етешһеҙлектәр бар, – ти Хеҙмәттәр һәм сауҙа министрлығы вәкиле Динар Баймөхәмәтов. – Эйе, хеҙмәткәрҙәр битлек һәм бирсәткәләрҙә, тик бында ике предприятие эшләй, һәр береһенең йыйыштырыу һәм дезинфекция, температура үлсәү буйынса үҙ журналы булырға тейеш. Идарасы беҙгә бер генә журнал бирҙе.

Фәймә Иҫәнова белдереүенсә, бында ла, тәүге клубтағы кеүек профилактик дезинфекция ҡағиҙәһе үтәлмәй.

Пархоменко урамында урынлашҡан “Сливки” караоке-клубында сираттар ҙа, вакцинацияны тикшергән кешеләр ҙә булмаған. Баҡһаң, бында банкет барған: ойошма хеҙмәткәрҙәре күңел асҡан, йырлаған һәм бейегән. Ҡунаҡтарға иһә битлекһеҙ официанткалар килгән.

Әйткәндәй, бындай рейдтар ҡапыл ойошторола, улар тураһында бер кем дә белмәй. Тикшереүселәр ҙә ниндәй көндө ҡайһы учреждениеға барырын белмәй.

– Бөтә клубтарҙа ла тиерлек бер үк етешһеҙлектәр: инструкцияға ярашлы дезинфекция үткәрелмәй, үлсәү һауыттары юҡ, персонал дезинфекция үткәреү ҡағиҙәләрен белмәй – ике-өс сәғәт һайын эшкәртеү ойошторолмаған. Өсөнсө клубта ла ҡарап сығыу протоколы төҙөлдө. Беҙ материалдар йыябыҙ һәм судҡа тапшырабыҙ, унда ҡарар ҡабул ителәсәк, – тине Роспотребнадзор вәкиле Гөлфиә Екубжонова.

Улар белдереүенсә, бындай рейдтар дауам итәсәк...

Фото: Башинформ. 

 

Автор:Альфия Мингалиева