Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
10 Октябрь , 15:00

“Ымлап ҡына аңлашырға тура килә...”

"Ауырыуҙың хәлен тиҙ тотороҡландырырға, бөтә дауалау сараларын файҙаланырға тырышабыҙ, сөнки пациенттар ауыр хәлдә килтерелә..."

“Ымлап ҡына аңлашырға тура килә...”

Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһы ковид-госпиталенә ауыр хәлдәге пациенттарҙы килтерәләр. Бөтәһе лә тиерлек тын ала алмауҙан яфалана. Үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған ауырыуҙар менән табиптар бары ым ярҙамында йәки ирендәре ҡыбырҙауына ҡарап ҡына аңлашалар. Бында йәшәү өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш бара.

Шундай ауыр пациенттарҙың береһе – Мовсес Еприкяндың үпкәһе  90 процентҡа зарарланған. Әммә һуңғы көндәрҙә хәле арыуланыуға бара, ти табиптар. Ҡайһы саҡта  ул үҙен аппараттан алыуҙарын һорай, тик белгестәр ашыҡмай, “ҡандың газ составы быны эшләргә мөмкинлек бирмәй, бер-ике көндән уны ҡорамалдан айырыуҙы хәл итәсәкбеҙ”, ти ковид-госпиталдең бүлексә мөдире Вадим Ғәлиәхмәтов.

– Ауырыуҙың хәлен тиҙ тотороҡландырырға, бөтә дауалау сараларын файҙаланырға тырышабыҙ, сөнки пациенттар ауыр хәлдә килтерелә, бәлки, вирус үҙгәргәндер. Уның мутацияһы тураһында вирусологтар яҡшыраҡ аңлатыр. Үткән йылдағы менән сағыштырғанда ауырыуҙарҙы дауалау ҡыйынлашты. Элек ҡулланылған дарыуҙар күп осраҡта файҙа бирмәй.  Коронавирустан һуң инвалид булып ҡалған осраҡтар бар,– ти ковид-госпиталь етәксеһе Гөлшат Фәтҡуллина.

Госпиталдәге ауырыуҙар араһында вакцина яһатҡандар юҡ тиерлек, ти табиптар. Прививка яһатҡан кешеләр тиҙерәк һауыға. Өйҙә дауаланырға тырышып, ҡиммәтле ваҡытты әрәм иткәндәр йыш ҡына реанимацияға эләгә.

– Кешеләр сирҙең мәкерлеген аңлап етмәй, күрәһең. БАДтар  эсеп, фитотерапия ҡулланып ҡына уны еңеп булмай. Был осраҡта улар ярҙам итмәй, – ти бүлексә мөдире Вадим Ғәлиәхмәтов.

  Ковид-госпиталь бөгөн пациенттар менән тулы, байтағы коридорҙарға ҡуйылған койкаларҙа ята. Палатала урын бушау менән сираттағы ауырыуҙы унда күсерә һалалар.

Фото: BashNews.

 

Автор:Дина Арсланова