Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Октябрь , 19:00

“Үлеп ҡуйһам, балалар етем үҫә бит инде...”

- Доға ҡылам, ҡапыл үлеп китһәм, башҡараһы эштәрем, бирәһе бурыстарым ҡалмаһын, тип ҡулымдан килгәндәрен тамамларға тырышам...

“Үлеп ҡуйһам, балалар етем үҫә бит инде...”

Коронавирус донъяның аҫтын-өҫкә килтерҙе, ғәҙәттәге тормошҡа ҡасан ҡайтырбыҙ – быны бер кем дә әйтә алмай. Тәүҙә күҙаллауҙар менән мауыҡҡан белгестәр ҙә хәҙер һаҡ ҡылана, сөнки вирустың үҙенсәлектәрен аңлап бөтөүе ауыр. Сирҙе үткәрмәгән бер коллектив та, ғаилә лә ҡалманы кеүек. Хәҙер ул айырыуса ауыр үтә, дауа ла элеккесә тәьҫирле түгел, ти табиптар.

Бөгөн сирҙең ни тиклем хәйләкәр, мәкерле икәнен аңлау дәрәжәһенә еттек, әммә, үкенескә ҡаршы, коллектив иммунитетҡа һаман да өлгәшә алмайбыҙ. Кем әлегә был ауырыуға юлыҡмаған һәм һаман да вакцина яһатырға икеләнә, барыбыҙға ла яҡын танышыбыҙҙың көтөлмәгән зәхмәтте нисек кисергәне тураһында һөйләгәндәрен еткермәксебеҙ.

“Беҙ ҡатыным менән былтыр ноябрҙә ауырыныҡ. Тәүҙә сирҙе ул эләктерҙе: температураһы юғары күтәрелде, хәлһеҙләнде. Шунан һуң бер түләүле шәхси клиникаға барып анализ тапшырғайны, “ыңғай" тигән яуап килде. Барыбыҙ ҙа хәүефләнгән ковид булып сыҡты. Ни эшләргә белмәй аптырандыҡ. Иртәгәһен иртәнсәк ҡатыным үҙебеҙҙең участка поликлиникаһына китте. "Ауырыған көйө нишләп килеп йөрөйһөң?" - тип әрләп ҡайтарғандар. Әҙ-мәҙ дарыуҙар яҙғандар. Уларҙы дүрт-биш көн буйына эсте, әммә файҙаһы теймәне шикелле - температураһы һаман күтәрелә генә барҙы.

Ул арала мин дә ауырып киттем. Дауаханаға шылтыратһам да, бер медицина хеҙмәткәре лә өйгә килмәне, сөнки терапевт үҙе ковид-госпиталгә эләгеп өлгөргән. Ҡатыныма ниндәй дарыуҙар яҙған булһалар, шуларҙы алып, мин дә дауаланырға керештем. Температура төшмәй, 39,5 тирәһендә тик тора. Хәл юҡ. Ныҡ өшөтә, биҙгәк тота, өс ҡат юрған ябынабыҙ. Ҡатыным иртәнсәк тороп балаларҙы ашата ла төшкә хәтлем ятып тора. “Балалар ас ултырмаһын”, тип борсола. Мин тороп бер аҙ ултырһам, арманһыҙ булып арыйым  да ҡуям. Доға ҡылам, ҡапыл үлеп китһәм, башҡараһы эштәрем, бирәһе бурыстарым ҡалмаһын, тип ҡулымдан килгәндәрен тамамларға тырышам. Ҡатыным да илап ала: “Үлеп ҡуйһам, балалар етем үҫә бит инде...”

Томан эсендә йөрөгән кеүекмен. Көндәрҙең ни менән нисек үткәнен аңлап булмай. Баш серетке йомортҡаға әйләнгән дә эсендә мейе шорҡолдап йөрөгәндәй тойола. Күҙҙәр ныҡ арый, тән ауырта, ит һөйәктән айырылып барғандай. Тәүҙә бер таныш апай шулай тип һөйләгәйне, беҙҙә лә уның хәл-торошо ҡабатлана.
Табип өйгә саҡыртҡандың 9-сы көнөнә саҡ килде. Үҙе сирләп, дауаланып сыҡҡас, коронавирустың ни икәнен белә бит, бик етеҙ генә рецептар яҙҙы, бер нисә көндән шәбәйә башларһығыҙ, тине. Иртәгәһен, өшөтөп ҡалтыратһа ла, дарыуҙар алырға машина менән ҡалаға киттем. Кемдер килтереп бирмәй бит инде. Дарыуханаларҙа кәрәкле препараттар юҡ, ҡаланың төрлө мөйөшөнән эҙләргә тура килде.

Төнгә генә яҙылып, бер дауаханаға барып компьютер томографияһы үттек, минең үпкәм – өс, ҡатынымдыҡы 18 процентҡа зарарланған икәне асыҡланды. Шул өс процент менән температурам 39,5 булғас, артабан ниндәй хәлгә етеүем ихтималлығын уйлап, ҡурҡып ҡуйҙым.

Табип әйткәнсә, ысынлап та, ике-өс көндән хәл инде, температура бер аҙ төштө, аппетит асылды. Гормональ уколдар, антибиотиктар яҙғандар ине, ҡатыным менән ун көн буйы шуларҙы бер-беребеҙгә ҡаҙаныҡ. Ҡасан бөтә инде был һынау, тип бик борсолдоҡ...

Дөйөм алғанда, өс аҙна ауырыныҡ. Шунан эшкә сыҡтыҡ, әммә ярты йыл самаһы тән температураһы 37-нән төшмәне. Йәйгә сыҡҡансы шулай ауырыныҡ та ауырыныҡ. Әле лә һаулыҡ шәптән түгел, эҙемтәләре үҙен һиҙҙереп кенә тора. Нисек тә башҡа ауырымаҫҡа инде, икебеҙ ҙә вакцина яһаттыҡ”.

Фото: VK.com

Автор:Дина Арсланова